Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-03-2017, 18:15 | Категория: Журнал тураһында / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 1 069
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Журнал тураһында / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Хәйерле көн, "Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫтары!
"Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ
Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Күркәм Яҙ менән һеҙҙе! Март ҡояш көндән көн сағыуыраҡ, саф һауала "яҙ еҫе” танауҙы ҡытыҡлай. Ә урамдарҙа теләр-теләмәҫ кенә ыңғыр-шыңғыр килеп ҡарҙар ирей. Кәйефтәр күтәренке, эх, күңелле лә һуң һағындырып көткән яҙҙарҙы ҡаршы алыуы. Оҙаҡламаҫ, йылы яҡтарҙан ҡоштар ҙа ҡайтыр. Ә һеҙ, дуҫтарым, яратҡан "Аҡбуҙат”ығыҙҙың 3-сө һанын ҡулға алып, шул ҡоштар моңон тыңлап, сихри бер донъяға сумырһығыҙ. Шулай булһын өсөн беҙ бар тырышлығыбыҙҙы, күңелебеҙҙе биреп ижад итәбеҙ. Ә инде, белеүегеҙсә, журналыбыҙҙың һәр бер бите балалар донъяһына арналған. Унда һеҙҙең ижад емештәрегеҙ, билдәле танылған авторҙарҙың хикәйәләре, шиғырҙары, әкиәт-көләмәстәре менән ҡайтанан осрашырһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Шулай итеп, шиғырҙар шәлкеме менән танышайыҡ:
шағирә Рәшиҙә Мансурова ”Кескәй улымдың шуҡлығы” һәм дә 
...Буҙа эсһәң, йәнгә рәхәт,
Тәнгә тарала сихәт.
Ҡомартҡылай тәрбиәңә,
Әсәкәйем, мең рәхмәт! — тигән һүҙҙәр менән әсәһенә оло хөрмәтен, бөтмәҫ рәхмәтен белдергән "Буҙа” исемле шиғырын
яҙған. Әгәр ҙә был шиғри юлдар һеҙҙе аҙыраҡ һағышҡа һалһа, Ринат Сөләймәнов ҡулланған юмористик һүҙҙәр кәйефтәрегеҙҙе күтәреп ебәрер. Ул өләсәһенә күстәнәскә алып ҡайтҡан киптерелгән икмәк йәки сохарыйҙы —"Ҡала йыуасаһы” тип атап шиғри юлдарға һалған. Был биттә Миңлегөл Тайсинаның яҙға бағышланған күстәнәсе лә бар икән. Бер-ике юлын уҡып, танышып үтәйек: 
…Серле лә һуң, гүзәл дә һуң
Эх, яҙ айҙары… — тип күңелдәрҙе дәртләндерә ул, һәм дә
…Гөрләүектәр һикерешеп
Уйнап туймайҙар…
— тип, әтерһең дә беҙҙе лә шул "сылтыр-сылтыр” килеп аҡҡан гөрләүектәрҙе күҙәтергә саҡыра.
"Тамыр күрһәтә, Тамыр!”— тип башлана инде хәҙер 25 йыл рәттән "Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының һәр бер эфиры. Ярты сирек быуат эсендә ниндәй генә үрҙәр яуламаны ла ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәне улар. Афариндар! "Аҡбуҙат” журналы ла ҡайнар сәләмдәр менән ҡотлауҙар ебәрә! Теле һәм радио эфирҙарығыҙ яңғырап торһон! Һөйләп, йырлап телдәрегеҙ, уйнап, бейеп аяҡтарығыҙ талмаһын! Киләсәгегеҙ яңынан-яңы уңыштарға күмелһен! "Аҡбуҙат”тан да күстәнәс-бүләк, ҡабул итеп алығыҙ, Миңлегөл Нәзирова апайығыҙ ижады: 
Күңелдәрҙе дәртләндереп,
Саҡыра Тамыр иле.
Йылы, нурлы Сәңгелдәктән
Асыла сабый теле. ..., —тип яҙа шағирә "Мөғжизәле "Тамыр” илендә” тип аталған шиғырында. Дауамы әлбиттә журнал биттәрендә.

Күҙәтеүҙең дауамы бар....
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар