Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Алтын алма

    image
    Алтын алма
  3. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  4. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  5. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-01-2017, 17:28 | Категория: Байрамдар / 23 февраль

Просмотров 760
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2017
Рубрика:Байрамдар / 23 февраль
Исеме:Сюрприз
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
Сюрприз
(Пьеса)
Ҡатнашалар: Илһам, Нурис, Марат, Айваз, Вахит, Баязит, Вәрис,
Айҙар, Регина, Əҙилә, Мәликә һәм башҡалар.
Шаршау.
Илһам. Малайҙар, әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарға байрамға сюрприз эшләйбеҙ!
Нурис. Ниндәй сюрприз? Байрам беҙҙеке — ҡыҙҙар сюрприз эшләй!
Илһам. Шулай шул, йыл да,
(көлөмһөрәп) «Йәгеҙ әле, малайҙар!»...
Айҙар. Əйҙәгеҙ! Нишләргә һуң? Мин
ике ҡуллап риза.
Малайҙар: Мин дә, мин дә!..
Марат. (Уйланып) «Егеттәр», беҙ был байрамды үҙебеҙсә: «Намыҫлыҡ.
Ҡыйыулыҡ. Ҡаһарманлыҡ. Батырлыҡ», тип атайыҡ та һәр командаға исем итеп
ҡушайыҡ.
Илһам. Бик шәп, афарин! «Егеттәр», улайһа, дүрт команда була.
Нурис. Үәт, сюрприз! Бик шәп килеп сығырға уйлай. Девиз да булһа!
Баязит. Нәмә ул, девизды ла табабыҙ! Əйҙә-ә ҡыҙҙар аптыраһын әле!
Малайҙар тиҙ генә командаларға бүленә һәм девиздарын әйтә.
1. Беҙ — «Намыҫлылар». Девиз: «Үҙенекен бирмәҫ, кешенекен алмаҫ!»
2. Беҙ —«Ҡыйыуҙар». Девиз: «Айыу алыр егетте атынан танырҙар!»
3. Беҙ «Ҡаһармандар». Девиз: «Беләгеңә таянма, йөрәгеңә таян.»
4. Беҙ «Батырҙар». Девиз: «Батырға үлем юҡ.»
Вәхит. Беренсе конкурс «ҺОРАУ-ЯУАП» уйыны. (һорауҙар әйтә)
— 23 февраль — ниндәй байрам? (Тыуған илде һаҡлаусылар көнө); Нисәнсе йылда барлыҡҡа килгән ул байрам? (1918 йылда); Элек нисек аталған? (Ҡыҙыл Əрме һәм Хәрби диңгеҙ флоты көнө); Ҡыҙыл Əрменең тыуған көнө? (23 февраль 1918 йыл); Сит илдә йәшерен хеҙмәт итеүсе хәрби? (Разведчик).
Һәр ҡайһыһы үҙ һорауын ҡыҫтырырға тырыша.
Айҙар. Логикаға бәйле һорау. (Шунда уҡ) Егерме һумлыҡ икмәктең хаҡы күпме? (20 һум); Һыйыр һыуға керһә нишләй? (Һыулана); Һыу төбөндә ниндәй таш юҡ? (Ҡоро таш) (һәм башҡалар...)
Айваз. Икенсе конкурс: «РАЗВЕДЧИКТАР». Һәр команданан
ике кеше уйнай. 15 секунд эсендә улар бер-береһен күҙәтә: өҫ-
башын, күҙ төҫөн, сәс оҙонлоғон, ирен, танау төҙөлөшөн. Шунан
яттан һөйләй. Дөрөҫ яуап — бер мәрәй.
Ҡыҙыҡһынып малайҙар конкурс талабын өйрәнә. Ҡыҙҙар инә.
Мәликә. Барығыҙ ҡайтығыҙ! Беҙҙең бында репетиция, үәт!
Баязит. Ре-пе-пе-тиция, тиһеңме?
Үҙегеҙ өйгә табан — тәпәй-тәпәй!
Регина. Ҡуй, шуларҙы! Ҡыҙҙар,
әйҙәгеҙ! (Ҡыҙҙар үпкәләп сығып китә)
Илһам. Баязит, ҡыҙҙарҙы
үпкәләтеүҙә бигерәк һәләтлеһең дә
инде! Уларҙың да кәрәк булыуы бар. Йә,
ярай, тағы ниндәй конкурс?
Нурис. Был конкурс «МИНАЛАР ЯЛАНЫ». Һәр команданан ике кеше ҡатнаша. Ҡара төҫтәге сатраштарҙы иҙәнгә һалып сығаһың. Күҙе бәйләнгән уйынсы «миналарға» баҫмай үтергә тейеш. 
Ə икенсеһе: «Уңға, һулға, тура атларға!» тип өйрәтеп тора. «Шартламаған мина» — бер мәрәй.
Марат. Тағы бер конкурс: 
«ГРАНАТА АТЫУСЫ». Команданан барыһы ла ҡатнаша. Ун аҙымдан алға биҙрә ҡуйыла. Уйынсылар ҡағыҙ йомарлап тура ырғыта. Һәр эләккән «граната» — командаға мәрәй.
Вәрис. Ə шунан «КАПИТАНДАР» уйыны.
Илһам. Йә, етер ул! Əйҙәгеҙ, ҡыҙҙар беҙгә концерт әҙерләһен. Бейеү, йыр, шиғыр менән аралаштырһаҡ, их, шәп булыр ине!
(«Əртистәр»сығып китә)
Байрам кисәһе. Аҙыраҡ тулҡынланһалар ҙа, бөтәһе лә ҡәнәғәт. 
Əҙилә. Беҙҙе яҡлаусы, илебеҙҙе һаҡлаусы малайҙар, ағай-атайҙар!
Регина. 23 февраль — ил һаҡлаусылар көнө менән һеҙҙе!
(концерт дауам итә).
Əҙилә. Ниндәй һәләтле һәм ышаныслы беҙҙең малайҙар!
Мәликә. Ə ниндәй сюрприз-з! (көлә-көлә) Үҙҙәре лә булдыра бит, әй!
Шаршау.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар