Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-02-2017, 14:00 | Категория: Авторҙар / Хаттар / Фотолар

Просмотров 781
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
Рубрика:Авторҙар / Хаттар / Фотолар
Исеме:ЙӘЛИЛ-ДРЕССИРОВЩИК
Автор:Тамара Искәндәриә
Район:Сочи ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:
Йәлил ҒИЛМАНОВ Сочи ҡалаһында йәшәй. Уға 6 йәш. Башҡортостандағы дуҫтарына сәләм күндерә.


ЙӘЛИЛ-ДРЕССИРОВЩИК
Беҙҙең Йәлил —
дрессировщик,
Ул бигерәк ҡыуанды,
Ата-әсәһе алып ҡайтҡас
Ап-аҡ ҡына ҡуянды.
"Наҙлыҡай" исеме оҡшай
Оҙонғолаҡ дуҫына.
Баҫа ла арт аяғына,
Ҡарай малай усына.
Ҡуян етеҙ, бик аҡыллы —
Аңлай Йәлил әйткәнде.
"Һә" тигәнсе, тәмләп-тәмләп
Һыпыра ул бесәнде.
Йәлил дуҫын бик ярата —
Иртән уянғас, тәүҙә
Ул йүгерә ҡуянҡайға;
— Әйҙә, уйна, сыҡ әйҙә!
Наҙлыҡай ҙа рәхмәт әйтә,
Ялап ала усынан.
Йәлил-дрессировщик шулай
Бик ҡәнәғәт дуҫынан!
Т. ИСКӘНДӘРИӘ.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар