Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-02-2017, 07:00 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 714
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Рәсем
Автор:Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов

Рәсем

 Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

Рәсем

(Хикәйә)

Китап уҡып ултырған ҡартатаһы Йәмилгә ҡарап:
— Ниндәй уйға баттың, улым? — тип һораны.
— Ҡартатай, һүрәт төшөрөргә ине, тик нимә эшләргә белмәйем.
— Улым, һин үҙең эшләргә яратҡан өйҙәрҙе эшлә.
— Юҡ, ҡартатай, улар бик ябай килеп сыға. Ә минең ҙурыраҡ, бейегерәк, матурыраҡ эшләгем килә.
— Һәр бер һүрәт төрлө-төрлө һыҙыҡтарҙан башлана.
— Ә нисегерәк ул, ҡартатай?
— Ана, Фәнил ҡустыңды ҡара әле, ул иң тәүҙә атлар алдынан шыуышырға, баҫырға өйрәнде. Артабан хатта йүгерә башланы. Беҙ йәшәй-йәшәй көн һайын бер һыҙыҡ һыҙабыҙ, шул һыҙыҡтар менән үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе төшөрәбеҙ. Кемдәр тырышмай— уларҙыҡы насар сыға, ә кемдәрҙеңдер эштәре мәңге тороп ҡала. Уларҙың тормош һүрәттәренә ҡарап, өлгө алып, кеше үҙенекен төшөрөргә өйрәнә.
—Ҡартатай, ҡалай ҡыҙыҡ. Мин ҙурайғас төҙөүсе буласаҡмын һәм бейек, матур йорттар һаласаҡмын.
—Һай, афарин, минең аҡыллым! Һинең тырышлығың менән ул йорттар мәңге торор, кешеләрҙе ҡыуандырыр!

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар