Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2017, 06:50 | Категория: Әкиәттәр / Тәмлекәс

Просмотров 982
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Әкиәттәр / Тәмлекәс
Исеме:Көләсәбикә менән Күмәсбай
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов

Көләсәбикә менән Күмәсбай

 

Зөбәйҙә Исламова
Көләсәбикә менән Күмәсбай
 (Әкиәт)
Әллә булған, әллә булмаған, ти, әсеҡамырҙар һәм сөсөҡамырҙар иле. Һис кенә лә татыу йәшәмәгән улар. Үҙҙәрен иң тәмлеһе, иң хуш еҫлеһе һәм иң-иңе тИп һанаған. Шуға ла сәмләнеп уҙышыр булғандар, ти. Бына тағы ла әсеҡамырҙар иленән Көләсәбикәне, ә сөсөҡамырҙар иленән Күмәсбайҙы һайлап, ярышҡа сыҡҡан, ти, улар.
Бәйгенең тәртибен урынлаштырыр өсөн хөКөмдар булып Ҡыҙыл борос был эште үҙ ҡулына алған. Ығы-зығы ҡуйырып китһә, хәҙер үк ҡыҙарынып-бүртенеп боросон сәсә башлай икән.
— Үтә лә тәМле булып бешер өсөн бик оҙаҡ майлап һыйпайҙар мине, — тип, Күмәсбай һүҙ башлаған.
— Һөтөн дә, йомортҡаһын да, май-ҡаймаҡ та йӘлләмәйҙәр. Хатта төрлө тәмләтКестәр, шәкәр ҡомо, ҡабартҡыстар...
Яйлап, тәмләп һөйләгән Күмәсбайҙың һүҙен бүлеп, әсеҡамырҙар:
— Йә, ярай, етер, бигерәк маһайма! Башҡаларға ла һүҙ бир, — тип,
Көләсәбикәне алға сығарғандар. Ә ул һөйләй белә-ә!
— Мин — Көләсәбикә! Кемдер Көлсәбикә лә ти.
Әле генә Күмәсбай: «Май-ҡаймаҡТан торам», — тип маҡтанды. Ә бына минең өсөн ҡомалаҡ йыйып,
ҡайнатып, һөҙөп һыуыталар. Самалап он, тоҙ ҡушып йылы урында әсетәләр. Шунан инде яңы ҡабартманы
сөпрә йәки әсетке тип атайҙар.
— Мәшәҡәтле икӘнһең! — тип ҡысҡырған түҙемһеҙ Күмәсбай.
— Ашыҡма, Күмәсбай, сөсө ҡамырың әсеп китеүе ихтимал, — тип көлгән, ти, Көләсәбикә. Ә үҙе бер ни булмағаНдай:
— Шунан сөпрәгә һыу, үҫемлек майы өҫтәп иҙәләр ҙә әсетергә ҡуялар. Был икмәк башы була. Силәк тулып, ҡабарғас, яңынан он өҫтәп ике ҡуллап баҫалар, — тип һүҙен йомғаҡларға торғанда...
— Әсе булғас, борОсоң ҡайҙа! — тип ҡысҡырып ебәргән ти «утын» сәсә-сәсә хөкөмдар Ҡыҙыл борос.
— Юҡ, юҡ, хөрмәтЛе хөкөмдар, ҡамырға борОс һалмайҙар. Уны әсеткәнгә генә әсе тиҙәр. Ана, ныҡ сөсөләнгәндәр һалһын, тәм инер, исмаһам, — тип һүҙҙе КүмәсБайға күсерә һалған Көләсәбикә.
— Йә, нимә әйтерһегеҙ, сөсө ҡамырҙар? — тигән Ҡыҙыл борос.
— Үҙегеҙ беләһегеҙ, боростоң эше башҡа. Һеҙ бит иң шәп тәмләткес! — тигән Күмәсбай уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн «һалам ҡыҫтырып».
Ярыш ҡыҙған саҡта ғына күмәс-көләсәләрҙе, хатта хөкөмдарҙы ла табынға алып ҡУйғандар, ти. Ҡыҙыл борос иһә, һүҙен дауам итеп:
— Ярыш бик тә ҡыҙыу. СөсөЛәр ҙә, әселәр ҙә бирешмәй. Бөтә яҡлап килешкәндәр. Ә шулай ҙа
минең ҡарарым — тигеҙлек! Әсе ҡаМырмы, сөсөмө, уның баш һүҙе — ИКМӘК! — тигән.
Ә Ҡамырҙар иле юҡҡа сыҡҡан, ти. Ә бәлки, булмАғандыр ҙа, үәт!
Балалар, билдәләнгән баш хәрефтәрҙе йыйып, мәҡәлде уҡығыҙ! Яуабын «Бәйләнештәр» селтәрендәге «Аҡбуҙат» төркөмөндә табырһығыҙ.

Рәссам Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар