Моңло йырсы
Баҫылды : 6-03-2017, 10:48 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм
Просмотров 760
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
- Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
- Исеме:Моңло йырсы
- Автор:Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
Моңло йырсы
Йырсыларҙың мин булырмын,
Моғайын, иң моңлоһо!
Башҡортостан – ул илдәрҙең
Иң-иң моңло йырлыһы.
Мин әле лә яттан беләм
Бик күп йырҙың һүҙҙәрен.
Тауыштарынан таныйым,
Йырсыларҙың үҙҙәрен.
Мине лә һеҙгә танытыр
Берәй матур йыр кәрәк.
Һеҙ ҙә ҡушылыр инегеҙ,
Йырлар инек бергәләп.
Тик мин генә йырлар йырҙы
Яҙыр икән кемегеҙ?
Иң-иң матур башҡорт йыры
Буласаҡ ул, белегеҙ!
Моғайын, иң моңлоһо!
Башҡортостан – ул илдәрҙең
Иң-иң моңло йырлыһы.
Мин әле лә яттан беләм
Бик күп йырҙың һүҙҙәрен.
Тауыштарынан таныйым,
Йырсыларҙың үҙҙәрен.
Мине лә һеҙгә танытыр
Берәй матур йыр кәрәк.
Һеҙ ҙә ҡушылыр инегеҙ,
Йырлар инек бергәләп.
Тик мин генә йырлар йырҙы
Яҙыр икән кемегеҙ?
Иң-иң матур башҡорт йыры
Буласаҡ ул, белегеҙ!
(голосов:3)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар