Буран
Баҫылды : 9-02-2017, 11:26 | Категория: Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Просмотров 612
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
- Рубрика:Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
- Исеме:Буран
- Автор:Рита СОЛТАНОВА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
Килде лә буран-сибәркәй,
Ап-аҡ күлдәген кейеп,
Елләнеп, ҡарын бейетте,
Бөтөрөп, күккә сөйөп.
Әйлән-бәйлән йырлап, уйнап,
Буран түкте лә көсөн,
Арып-талып, кискә ҡарай
Баҫыуға китте күсеп.
Буш ҡырҙарҙа илай-илай,
Ул арыны, ял(ы)ҡты.
Айлы төн дә тынысланды —
Йоҡоһона талыҡты.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар