Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 22-05-2017, 12:49 | Категория: Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү

Просмотров 973
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Һаумы, сағыу ҡояш! Һаумы, Еңеү яҙы! Һаумы, һаумы, йәмле май айы! Һәм дә һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр — "Аҡбуҙат”ыбыҙҙың тоғро дуҫтары! — тип сәләмләйбеҙ һеҙҙе. 
Бик оҙаҡ көттөрҙө беҙҙе йылы көндәр. Ҡарлы, боҙло һыуыҡ айҙар артта тороп ҡалды. Хәҙер инде урамда гөрләүектәр йүгермәй, ҡарҙан асылған ерҙәрҙә ҡар һыуҙарына кинәнеп бәпембәләр күҙҙәрен аса. Урмандарҙа, ял парктарындағы хәтфә үлән араһына бөрсөк-бөрсөк аҡ ынйылар, гүйә, меңләп һибелгән. Оҙаҡламай алма, муйыл, миләш, сейә, ағастары ла ап-аҡ сәскәләргә күмелер. Бына шундай йәмле, иҫ киткес һоҡландырғыс ай ул — май айы. Бөйөк Еңеү көнө, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамдары, һуңғы ҡыңғырауҙар!.. 
Шуға ла беҙ "Аҡбуҙат”ыбыҙҙың эске йөкмәткеһен дә, биҙәлеш өлөшөн дә тап ошо йәмле май айына оҡшатырға тырыштыҡ. Һәм бына ошо теләктәрҙе ишеткәндәй, Динә апай Талхина ла күстәнәскә "Ынйы сәскәләре”, тип аталған әкиәтен алып килгән. Ә ундағы, мөғжизә илендә, Ер ҡыҙы Ләйсән менән бармаҡ буйлы ғына сәскәләр тылсымсыһы Гөлмөғжизә осрашҡан... Ә инде ынйыҡайҙарҙың нисек итеп барлыҡҡа килеүе һәм быяла көпшә менән аҡ болоттоң серен, журналыбыҙҙан үҙегеҙ уҡып белерһегеҙ. 

Миҙал таҡҡан олатайҙар 
Байрамдан ҡайтып килә... 
Ә һеҙ беләһегеҙме, ҡайҙа барғандар икән улар? Ә нишләп миҙал, орден таҡҡандар? Эйе, ҡәҙерле радиотыңлаусыларыбыҙ, был байрамды барыһы ла белергә тейеш. Ул 9 май — беҙҙең Еңеү байрамы көнө. Бөйөктәрҙән бөйөк байрам! Олатай, өләсәйҙәрҙең дүрт йыл буйы барған көсөргәнешле ҡаты һуғышта ҡатнашып, йәнен-тәнен аямай рейх һалдаттарына ҡаршы яуҙа еңеү яулаған көн ул. Быны һис тә оноторға ярамай, дуҫтарым! Уларҙың күкрәктәрен биҙәгән миҙал, ордендар ҙа күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелгән. Рәфиғә апай Ғәлиуллинаның "Олатайҙарыма” тип аталған шиғырынан ине әле уҡып киткән юлдар. Шағирәнең дә үҙенең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған олатаһына, сит ерҙә ятып ҡалған батыр яугирҙәргә арнаған ижады тап бына ошо хаҡта. һәм шунда уҡ: 
Ерҙә тормош дауам итһен, 
Йәшәһен, тип, ейәндәр, — тигән юлдарҙа, киләсәккә ҙур өмөт бағлап, олатаһының әйтелмәгән һүҙҙәре менән дауам иткән ул шиғырын. 
Ғөмүмән, Еңеү байрамы тураһында "Аҡбуҙат”ыбыҙҙың һәр бер битен тултырып яҙһаҡ та аҙ булыр һымаҡ. Һәм шул мөмкинселектән файҙаланып тағы ла бер яугиребеҙ — башҡорттарҙан иң беренсе Советтар Союзы Геройы исемен алған Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы Арыҫлановтың телгә алып үтәйек. Уның һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары тураһында беҙгә Фәрит ағай Вахитов яҙған. Тулы хикәйәне шулай уҡ "Аҡбуҙат” биттәрендә уҡый алаһығыҙ. 
Оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һеҙгә, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары, хөрмәтле ветерандар! 

"Бәпембә”нең биттәрендә Фәүзиә Рәхимғолова конкурсында ҡатнашыусы тиҫтерҙәрегеҙҙән шиғри гөлләмә. Был һанда Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылының 4-се класс уҡыусылары: "Яҙ”, "Шатлыҡ килә”, "Һағынып көткән” исемле шиғырҙары менән бәйгегә сыҡҡан. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Яҙгөл Иҙелбаева ла үҙенең "Еңеү һалдаты”, тип аталған ижад емешен яҙған. Ә инде Өфө ҡалаһынан Әмелиә Фассалова рәссам булырға хыяллана икән һәм үҙенең һүрәттәрен төшөрөп "Аҡбуҙат”ҡа ебәргән. Афарин! 
Балалар, уҡытыусылар белем биреүҙән башҡа шиғырҙар ҙа ижад итә икән! Бына Дәүләкән районы Ҡорятмаҫ ауылда йәшәгән Миңзәлә апай Хәлилова ла кү-үп итеп төрлө ҡош-ҡорт, йорт хайуандары, йәнлектәр тураһында шиғри күстәнәс алып килгән. Муйнағы ла, бәрәсе лә, быҙауы ла, бесәйе лә, хатта үҙҙәре һалып кергән яңы өй, уны уратып үҫкән бәпембә тураһында ла яҙған ул. Һай, афарин, бар яҡҡа ла өлгөр, Миңзәлә апай! Ә һеҙҙең ниндәй ҡош-ҡортоғоҙ, йорт хайуандарығыҙ бар? Һеҙ ҙә шул турала шиғырҙар яҙып ебәрегеҙ! 

Күңелле математика рубрикаһы. Йорт хайуандары менән урман, ҡыр йәнлектәре ярыша. Ләкин улар, мәктәптә уҡымағас, ҡушып-ала белмәйҙәр. Бәлки, һеҙ математика серҙәре менән бүлешерһегеҙ? Ҡайһы команда еңгән? Әллә инде дуҫлыҡ өҫтөнлөк алғанмы? Быны белер өсөн журналыбыҙҙың мөхәррире Зөбәйҙә Исламова әҙерләгән 8-9-сы биттәрҙәге уйын буйлап сәйәхәт ҡылығыҙ. Уңыштар һеҙгә! 
Ә иң-иң уртала, шыма ғына ҡағыҙҙа, һеҙҙе тағы бер уйын көтә. Быныһы инде — "домино” уйыны! Һәр бер тура мөйөштө билдәләнгән еренән ҡырҡып алып карточкалар эшләгеҙ. Бер-береһенә оҡшаған һүрәттәрҙе эҙләп табығыҙ ҙа өйҙәге яҡындарығыҙ менән уйынға рәхим итегеҙ!

"Әкиәтем әкәйле” — ниндәй матур рубрика бит был, дуҫтар! Ә эстәлеге икеләтә, өсләтә матурыраҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки унда, балалар, һеҙҙең үҙегеҙ ижад иткән хикәйә, әкиәттәрегеҙ баҫылып сыға. Билдәле булған ағай, апайҙар менән бер булып "Аҡбуҙат” журналы биттәрендә тик үҙеңдең генә ижад емешеңде күреү — ниндәй ҙур баһа! Бына журналыбыҙҙың 5-се һанында ла Өфө ҡалаһы Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының 1”Б” класы уҡыусыһы Аделина Кейекбаеваның "Дуҫлыҡ нимәнән башлана?”— тип аталған әкиәтен тәҡдим итәбеҙ. Бөҙрәкәй менән Ҡатыморон кемдәр улар? Был турала үҙегеҙ уҡып белерһегеҙ. Шулай уҡ Ғафури районы Юрмаш башланғыс белем биреү мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Мәҙинә Хәбибуллинаның да "Бабай һәм уның дуҫтары”, — тип аталған әкиәте бар. Ундағы һүрәтләнгән изгелек һәм яҡшылыҡ, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һеҙҙең күңелгә лә бик хуш килер. 

Артабан Миңлегөл Тайсина апайығыҙҙың талпан тураһындағы хикәйәһе менән танышырһығыҙ. Ул "Зарарлы бөжәк” исеме аҫтында бирелгән. Май, июнь айҙарында бик күпләп ауға сыға был бөжәктәр. Унан нисек һаҡланырға, урман, ҡырҙа үҙеңде нисек тоторға? Был турала ошо хикәйәне уҡығас белерһегеҙ. Ғөмүмән, йәй — эҫе көндәрҙә һаҡ, иғтибарлы булығыҙ! 

"Изге эш”, тип атала икенсе бер хикәйә. Уны тәбиғәтте һаҡлау йылына ҡарата журналыбыҙҙың даими авторы Виктория Гаптарь яҙған. Бында һүҙ Илгизә исемле ҡыҙҙың изге эш эшләргә теләгәнен һәм уның да олатаһы кеүек мәңгелек имән ағас ултыртыуы тураһында бара. Был бик фәһемле хикәйәне уҡығас, бәлки һеҙҙең дә берәй изге эш эшләгегеҙ килер. Руссанан Зөбәйҙә Исламова тәржемә итте. 
Шулай уҡ иғлан ителгән "Оҫта ҡулдар” конкурсы бәйгеселәренең ижад эштәре менән журналыбыҙҙың 3-сө, 4-се тышҡы биттәрендә танышырһығыҙ. 
Ғәҙәттәгесә, "Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Артур Василов, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Сулпан Билалова, Салауат Гиләзетдинов һәм башҡа рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре, башватҡыстар, кроссвордтар биҙәп тора. 
Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар