Төнгө этюд
Баҫылды : 5-04-2017, 13:47 | Категория: Авторҙар / Йыл миҙгелдәре
Просмотров 605
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2017
- Рубрика:Авторҙар / Йыл миҙгелдәре
- Исеме:Төнгө этюд
- Автор:Хисмәт Юлдашев
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ
Хисмәт Юлдашев
Төнгө этюд
Ерҙә — һуҡмаҡ,
Күктә ай яҡты.Йүгерә малай
Ялан аяҡлы.
Ҡулдарында ялтлай—
Таяҡтыр.
Яр аҫтына һуҡмаҡ
Тайғаҡтыр.
Күренмәй бит
Юғалған аты.
Ҡайҙа ҡасты икән,
Албаҫты?!
Сылтырап йылға аға,
Аръяҡ тын.
Ерҙә — һуҡмаҡ,
Күктә ай яҡты.
04-2017
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар