Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-05-2017, 14:36 | Категория: Еңеү көнө / Авторҙар / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 648
Фәрит ВАХИТОВ
 
Башҡорттарҙан беренсе Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы АРЫҪЛАНОВ
 

 

Был хәл 1940 йылдың ҡышында, фин һуғышында була. Дошмандың көслө ут нөктәһе — дзотты тонсоҡтороу өсөн танкылар һәм саперҙар ебәрелә. Арыҫлановтың танкыһы ла ошо бәрелештә артиллерия утынан зыян күрә. Әммә ул баҙап ҡалмай, ҡаршы һуғышҡандарҙың пушкаһын юҡ итә. Шунда уҡ икенсе урында ҡапыл туҡтаған беҙҙең тағы бер «машина»ны күрә. Ҡар өҫтөнән шыуышып бара ла ватылған танкыны нығытып эшләтеп ебәрә. Ә фин  пулеметтары һаман да туҡтауһыҙ ата. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең батыр танкист яу яланында яраланған совет һалдаттарын үҙ танкына ултырта һәм часенә алып ҡайта.
Полкта уларҙы юғалтҡандар. Былар ҡуйылған мәсьәләне үтәй алмағандар, тигән ҡарарға килгәндәр. «Һәләк булғандарҙыр», — тиеп ҡайғырғандар. Көтмәгәндә танкының гөрөлдәп ҡайтып төшөүе һәм уның өҫтөндә бер төркөм һалдат ултырыуы полк командирын таң ҡалдыра. Ә Арыҫланов, бер ни булмағандай, былай ти: «Һуғыш яланында көтөлмәгән хәлдәр тулып ята. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк».
Ошо батырлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

 

 

Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы АРЫҪЛАНОВ

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар