Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-05-2017, 14:41 | Категория: Байрамдар / Еңеү көнө

Просмотров 675
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Байрамдар / Еңеү көнө
Исеме:Олатайҙарыма
Автор:Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА
Район:Белорет
Ауыл:Инйәр
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

Олатайҙарыма

 

Олатайҙарыма
 
Миҙал таҡҡан олатайҙар
Байрамдан ҡайтып килә.
Йөрәк әллә нишләп китте:
Олатай кәрәк миңә!

Ҡайҙа ҡарт олатайҙарым?
Әйтсе, зинһар, өләсәй?!
Өләсәйем ҡаушап ҡалды
Ни әйтергә лә белмәй.
 
 
Әйтте: «Ҡарт олатайҙарың
Һуғышта йән биргәндәр,
Ерҙә тормош дауам итһен,
Йәшәһен, тип, ейәндәр.

Батырҙарса һәләк булған
Олатайҙарың һинең.
Сабый инем мин үҙем дә,
Ә һин әле юҡ инең».

Ерҙә тормош дауам итһен,
Донъялар булһын имен!
Һеҙгә арнайым йырымды,
Олатайҙарым минең!

Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.
Белорет районы Инйәр ауылы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар