Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-05-2017, 13:08 | Категория: Хайуандар илендә / Бөжәктәр

Просмотров 745
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Хайуандар илендә / Бөжәктәр
Исеме:Зарарлы бөжәк
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория ГАПТАРЬ
Зарарлы бөжәк
Зарарлы бөжәк
(Хикәйә)
Бар тереклек ҡышҡы йоҡоһонан уянып, иркен тын ала. Ҡояш апай ҙа, ихласланып, бөтә ерҙе йылыта. Азамат тәҙрәгә күҙ һалғайны, шаян нурҙар уны уйнарға саҡырғандай тойолдо. Ошондай яҙғы матур көндә нисек итеп өйҙә генә ултыраһың инде?! Әсәһенән рөхсәт һорап, урамға сығырға булды малай. Бәлки, дуҫтары менән урман буйына барып, умырзая сәскәләрен ҡарап ҡайтырҙар...
— Ярай, улым, тик талпандан һаҡ булығыҙ! Урман эсенә инмәгеҙ!
— Ә нимә һуң ул талпан? — Азамат аптырап китте.
— Бәләкәй генә бөжәк, — тип яуапланы әсәһе.
— Бәләкәй булғас, нимәһенән ҡурҡырға? Бына бүре, исмаһам, ҡурҡыныыыс, — тине малай һуҙып.
— Бәләкәй булһа ла, ҙур бәлә килтереүе ихтимал, — тип аңлата башланы әсәһе. — Талпан үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки хайуанды ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә. Һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә.
— Улай икән... Үҙенең күҙе лә юҡ, бәләкәс кенә, — Азамат ҙур ҡыҙыҡһыныу менән әсәһен тыңланы.
— Талпан еүеш урындарҙы үҙ итә. Япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урындарҙа айырыуса күп осрай.
Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар ҙа — зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге. Ул ярты метрҙан да тәпәшерәк үләнгә, ағас ботағына ултырып ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала.
— Уй-уй-уй... Былай булғас, ул яман бөжәккә юлығыуым бар, өйҙә генә ултырам да ҡуям, — тип, малай тамам хафаға ҡалды.
— Улай тимәсе, улым, урманда ла йөрөргә кәрәк!
Әммә тейешенсә һаҡланыу саралары мөһим! Юҡһа, талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле.
— Ә нисек һаҡланырға һуң унан?
— Урманға, һыу буйына, ҡырға сыҡҡанда тәнде тотошлай ҡаплаған кейем кейергә һәм тикшереп торорға кәрәк.
— Ярай, улайһа, яҡшылап кейенеп сығырмын! — тине Азамат.
— Урманға йөрөмәгән осраҡта ла кеше өсөн хәүеф бар, улым. Йорт хайуандары, ҡоштар аша, сәскә, ботаҡтар менән дә талпандың эйәреп ҡайтыуы ихтимал. Шуға күрә лә яҙ көнө талпан эләктереүҙән бик һаҡ булырға кәрәк!
 
 
Миңлегөл ТАЙСИНА
 
05-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар