Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-06-2017, 13:57 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары

Просмотров 684
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2017
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Бишек йырҙары
Исеме:Ай нуры
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Әлфиә ШАФИҠОВА
«Әлли-бәлли-бәүкәйем,
Йоҡла, минең бәпәйем!..»

Белешмә:
Сабый бала көнөнә 15-17 сәғәт йоҡлай. Баланың төнгө йоҡоһо 11-13 сәғәт булырға тейеш.
Йоҡлағанда бәпәй үҫә, ҙурая. Беренсе айҙарында сабыйҙар көн менән төндө айырмай.
Балалар тыумаҫ борон уҡ төш күрә. Йоҡоһоҙлоҡ күреү һәм ишетеү һәләтенә зыян итә. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡанда ла баланың мейеһе үҫешә. Кеше үҙ ғүмеренең 25 йылын йоҡлап үткәрә.

Ай нуры

 

 
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Ай нуры
 
 
Йоҡла, балам, күҙ алмам,
Айҙың яҡты нурында.
Керпек ҡаҡмай төн буйы
Әсәйең яндарыңда.
Бәлли-бәлли-бәү-бәү...
Сулпыларын сыңлатып
Йоҡо апайың килгән.
Сылтырлатып тәңкәһен,
Сәңгелдәгеңә элгән.
Бәлли-бәлли-бәү-бәү...
Ай, нурҙарын ҡыл итеп,
Моңло ҡумыҙын сиртеп,
Сихри балҡышын һибә,
Наҙлап битеңдән үбә.
Бәлли-бәлли-бәү-бәү...
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар