Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 12-06-2017, 16:22 | Категория: Әкиәттәр / Бәпембә

Просмотров 916
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2017
Рубрика:Әкиәттәр / Бәпембә
Исеме:Кәрлә менән Алпамыша
Автор:Даяна СӘЙФУЛЛИНА
Район:Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

Кәрлә менән Алпамыша

Кәрлә менән Алпамыша

(Әкиәт)
Йәшәгән, ти, ҙур кәүҙәле кеше — Алпамыша менән Иргәйел-кәрлә. Бер көн шулай Хыял тылсымсыһы уларҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Бик ҙур булыуы  арҡаһында Алпамыша өйгә инә алмаған. Ә Иргәйел инһә лә, уны бер кем күрмәгән. «Кәрлә кеүек бәләкәй булһамсы!» — тип ҡысҡырған, ти, ни эшләргә лә белмәгән Алпамыша. «Ә мин Алпамыша һымаҡ ҙур булһам икән!» — тигән кәрлә. Быны ишетеп торған Хыял тылсымсыһы уларҙың теләктәрен үтәгән дә ҡуйған, ти. Шунда уҡ Алпамыша бәләкәсәйгән, ә Иргәйел, киреһенсә, ҙурайған, ти.
Иртәгәһен йоҡоһонан уянған кәрлә-Алпамыша ашарға ултырған икән, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәргән, ти. Уға янындағы бөтә әйбер бик ҙур булып күренгән. Ә Иргәйел иһә, Алпамышаға әйләнгәс, өйөнә бөтөнләй инә алмай, тышта йоҡлаған. Аптырағас, Тылсымсы янына барырға сыҡҡандар. Юлда уларға төлкө менән ҡуян осраған.
Төлкө: «Сәләм, Алпамыша!» — тип өндәшкән кәрләгә, ә Ҡуян: «Һаумы, Иргәйел!» — тигән Алпамышаға. «Мин Алпамыша түгел!» «Ә мин Кәрлә түгел!» — тип ҡысҡырғандар былар. Төлкө менән Ҡуян бер-береһенә аптырашып ҡарағандар ҙа китеп барғандар. Күршеләр ҙә үҙ юлдарын дауам иткән. Хыял тылсымсыһы уларҙың теләген ишеткәс: «Ә мин кемдең теләген үтәнем һуң?» — тип һораған. «Ул теләк түгел ине!» — тип ҡысҡырып ебәргән тегеләр. Шулай итеп, Хыял тылсымсыһы үҙенең хатаһын төҙәткән. Алпамыша элеккесә ҙурайып, Иргәйел яңынан кәрләгә әйләнгән, ти. «Иң яҡшыһы — үҙ-үҙең булып ҡалыу икән!» — тигән, ти, Иргәйел, хатаһын аңлап.
 
Даяна СӘЙФУЛЛИНА,
М. Горький исемендәге Халыҡ-ара Дуҫлыҡ орденлы 3-сө гимназия уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар