Ҡартатайҙың бал ҡорттары
Просмотров 651
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2017
- Рубрика:Йәй / Минең ғаиләм / Бөжәктәр
- Исеме:Ҡартатайҙың бал ҡорттары
- Автор:Миңлегөл Тайсина
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина
Ҡартатайҙың бал ҡорттары
Ҡартатайым кеүек эшсән,
Егәрле бал ҡорттары.Шуға күрә иртә таңдан
Гөжләп тора йорттары.
Күнәк, силәктәре менән
Һәр береһе, ярышып,
Һутлы бал ташый көн буйы
Кәрәҙҙәргә тырышып.
Ҡартатайым бал ҡортоноң
Умартаһын таҙарта,
Ә һуңынан барыбыҙға
Кәрәҙле бал тарата.
Тиҙерәк ауыҙ итәйек,
Балдың сихәте күсһен!
Ҡартатайҙың ейәндәре
Кескәй бал ҡорттары кеүек
Бик уңған булып үҫһен!
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар