“Аҡбуҙат”, мин һине яратам!
Просмотров 923
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2017
- Рубрика:Журнал тураһында / Хаттар / Яңылыҡтар
- Исеме:“Аҡбуҙат”, мин һине яратам!
- Автор:Миңлегөл МӘҮЛИМБИРҘИЕВА
- Район:Ғафури
- Ауыл:
- Рәссам:
"Аҡбуҙат”, мин һине яратам!
Красноусол башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары "Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәрен бик ихлас ҡаршыланы. Уҡытыусылары Гөлшат Вәлиева ойошторған был осрашыуҙа балалар туған телдә матур- матур шиғырҙар ятланы, күңелле йырҙар йырланы. Бейеүсе малай-ҡыҙҙар оҫта итеп бейеп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Гимназистар ижади эш менән дә бик теләп шөғөлләнәләр, шиғыр һәм әкиәттәр яҙалар.
Баш мөхәррир Тамара Юлдашева "Аҡбуҙат” журналы менән яҡындан таныштырып, балалар баҫмаһы, шиғриәт тураһында һөйләне, әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Айнар Байбулатовтың ҡыҙыҡлы викторина һорауҙарына балалар дәррәү яуап бирҙе. Миңлегөл Тайсина, кисәне ойошторған беренсе уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙына оло рәхмәтен белдереп, баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Гимназия уҡыусылары "Аҡбуҙат”ҡа теләктәр, хаттар, һүрәттәр менән тулы серле ҡумта әҙерләгән. Ә 3-сө "А” класы иһә Аҡбуҙат һындары һәм значоктары бүләк итте. Тамара Ишбулды ҡыҙы ла уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырҙы.
Миңлегөл МӘҮЛИМБИРҘИЕВА.
Ғафури районы.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар