Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-09-2013, 13:23 | Категория: Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 1 754
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2012
Рубрика:Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме:Башҡортостан һандуғасы
Автор:Регина Шаһисолтанова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
 Башҡортостан һандуғасы / Регина Шаһисолтанова

Учалы яғындағы Нәрәле тауҙары буйында яҙ һулышы беленә. Бөтә урман еңел тын ала. Былтырғы япраҡтар аҫтынан яңы күренә башлаған умырзая, миләүшә сәскәләрен йыйып, бер ҡыҙ бала килә. Тирә-яҡ шундай матур!

Урман гел үҙенә тарта уны. Иртә яҙҙа һайраған ҡоштар тауышын тыңлап йөрөргә әүәҫ ул. Бигерәк моңло тауышлы ла инде үҙҙәре! Күңелдең әллә ҡайһы ерҙәренә үтеп инеп, йөрәкте елкетеп ҡуя. Донъяһын онотоп хыял диңгеҙенә бата ҡыҙыҡай. Моңдо отоп алырға тырыша. Үҙен урман сәхнәһендә баҫып торғандай хис итә.

— Хыялый ҡыҙсыҡ, сәләм! Баянан бирле күҙәтәм һине.

Ҡыҙыҡай аптырап китте. Ҡайҙан килә һуң әле был яғымлы тауыш?

— Был мин — Тылсымҡай, — тип усына бәләкәй генә йән эйәһе килеп ҡунды.

— Ҡыҙ, тиһәм, ҡанатың бар, күбәләк, тиһәм, кешегә оҡшағанһың.

— Әйтеп торам бит. Кеше лә, күбәләк тә түгел мин, ә Тылсымҡай Бөтә теләктәреңде үтәй алам. Һинең ниндәй хыялың бар?

— Тылсым эйәһеме әллә һин?

— Эйе, теләктәреңде үтәй алам. Бына һинең ниндәй хыялың бар?

— Минең йырсы булғым килә. Бар халыҡ хайран ҡалып тыңларлыҡ матур, моңло тауышым булһасы, Тылсымҡай, — тине Флүрә.

— Ярай, тик йырсы булыу өсөн тауыш ҡына аҙ. Бик күп көс һалырға тура киләсәк үҙеңә лә.

— Мин риза!

— Йә, улай булғас, теләгеңде үтәрмен, — тине Тылсымҡай, ҡулындағы ялтыр таяғын өйөрөлтөп. Ул осоп киткәс, күңелендә ҡоштар телен аңларлыҡ серле көс тойҙо ҡыҙыҡай...

 Башҡортостан һандуғасы / Регина Шаһисолтанова


Йылдар үткәс, уны Заһир Исмәғилев "Башҡортостан һандуғасы" тип атаны. Кем икән ул, тиһегеҙме? Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артискаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Флүрә Килдийәрова була ул!
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар