Мәктәбем
amira 4-12-2017, 15:26 950 ---Аҙ ғына күрмәй торһам да,
Мәктәбемде һағынам.
Тыныс ҡына үтеп булмай,
Ял көнө лә янынан.
Мәктәбем баҫҡыстарында
Бала сағым эҙҙәре.
Нисек йәшәргә өйрәтә
Уҡытыусым һүҙҙәре.
Белем тауын асты мәктәп,
Белем тауы бик бейек.
Үргә менгән һайын донъя
Яҡтыра бара кеүек.
Әйҙә, рәхим итегеҙ, тип,
Ҡаршылай мәктәп һәр саҡ.
Тыуған йорт менән йәнәшә
Күңелдәрҙә ҡаласаҡ.
Гөлфиә ЮНЫСОВА
Рәссам Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]