Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-12-2017, 15:39 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 870
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2017
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Ҡояшты кем ҡабыҙа?
Автор:Гөлнур ҠОРБАНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА

Ҡояшты кем ҡабыҙа?

Ҡояшты кем ҡабыҙа?

 Ҡояшты кем ҡабыҙа 

(Әкиәт)

 Йәшәгән, ти, булған, ти, Һоробай исемле айыу балаһы. Бер көндө ҡараңғы төшөп, йоҡларға ваҡыт еткәс, Һоробай ятырға теләмәгән. Әсәһенә ул:

— Әсәй, минең урамда уйнағым килә, ләкин унда ҡараңғы. Ҡояшты ҡабыҙып бирсе, — тигән.

— Ҡояшты ҡабыҙа алмайым, улым. Ул бит бейектә, — тигән әсәһе.

— Әсәй! Ҡабыҙып би-и-ир! — тип илай башлаған иркә айыу балаһы. Бик оҙаҡ илаған Һоробай. Ләкин күпме генә илаһа ла, әсәһе уға ҡояшты ҡабыҙа алмаған. Уның илауына күршелә йәшәүсе ҡуян ҡыҙы Йүгерек уянған.

— Эй, Һоробай, ниңә илайһың? — тип һораған Йүгерек.

— Ҡояш булмағанға илайым, — тип яуап биргән айыу малайы.

— Илама, дуҫым! — тигән Йүгерек. — Ҡояшты ҡабыҙыу өсөн, әйҙә, оҙон баҫҡыс яһайбыҙ ҙа күккә менәбеҙ. Һоробай шатланып, илауҙан туҡтаған. Шунан һуң улар икәүләп бик оҙон баҫҡыс яһағандар.

Шул баҫҡыс буйлап Һоробай ҙа, Йүгерек тәбейеккә менеп ҡараған, ләкин береһенең дә ҡояшҡа буйы етмәгән.

Шул ваҡыт уларҙы терпе балаһы Сәнскәк күреп ҡалған.

— Эй, Һоробай, Йүгерек! Төн уртаһында нишләп йөрөйһөгөҙ? — тип һораған Сәнскәк.

— Ҡояшты ҡабыҙырға теләйбеҙ! — тип яуап биргән айыу малайы менән ҡуян ҡыҙы.

— Ҡояшты бит бер кем дә ҡабыҙмай! Ул үҙе ҡабына! — тип көлгән Сәнскәк. — Ҡояшты күрергә теләһәгеҙ, әйҙәгеҙ, бергәләп уны саҡырайыҡ! Һоробай, Йүгерек һәм Сәнскәк өсөһө бер тауыштан: «Ҡояш, сыҡ, сыҡ, сыҡ! Ҡояш, ҡабын, ҡабын, ҡабын!» —тип ҡысҡырырға тотонғандар. Ләкин күпме генә саҡырһалар ҙа, ҡояш күренмәгән.

Уларҙың ҡысҡырғанын ағаста ултырған Ябалаҡ ишетеп ҡалған.

— Һу-һу-һу! Кем төндөң тыныслығын боҙоп йөрөй? — тигән ул асыулы тауыш менән.

— Был беҙ — Һоробай, Йүгерек һәм Сәнскәк. Беҙгә ҡояш кәрәк! — тип яуаплаған йәнлектәр.

— Эй, Ябалаҡ ағай! Ҡояшты кем ҡабыҙа икән, белмәйһеңме? — тип һораған Һоробай.

— Беләм, — тигән Ябалаҡ.

— Белһәң, әйт әле, зинһар! — тип ҡыуанған Йүгерек.

— Ҡояшты ҡабыҙыусы ла, һүндереүсе лә — Аллаһы Тәғәлә, — тип яуап биргән Ябалаҡ.

— Шулаймы ни? — тип аптырашҡан йәнлектәр.

— Эйе, — тигән Ябалаҡ.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәнскәк илап ебәргән:

— Ҡояшты ҡабыҙыусы бөгөн йоҡлап ҡалһа, нишләрбеҙ икән?

— Тыныслан, Сәнскәк, Аллаһы Тәғәлә бер ҡасан да йоҡламай, — тигән Ябалаҡ.

— Бер ҡасан дамы ни?! — тип аптырашҡан өс дуҫ.

— Эйе, бер ҡасан да. Бына бөгөн  дә ул үҙе теләгән ваҡытта ҡояшты ҡабыҙыр. Барығыҙ, өйҙәрегеҙгә ҡайтып, тынысланып, йоҡларға ятығыҙ! — тигән Ябалаҡ йылмайып.

Был һүҙҙәре өсөн Ябалаҡҡа рәхмәт әйтеп, Һоробай, Йүгерек һәм Сәнскәк өйҙәренә ҡайтып киткәндәр.

Гөлнур ҠОРБАНОВА

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар