Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 15-12-2017, 14:47 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 529

Уҡырға барғым килә!

 Ғабдрахманға биш йәш әле. Оҙаҡламай алты тула. Апайҙары уҡырға әҙерләнә башлағас:

— Әсәй! Минең дә мәктәпкә барғым килә! — тине.
— Һиңә иртәрәк әле, улым! Баҡсаға ғына йөрөп торорһоң инде, — тип йылмайҙы әсәһе.
— Мин бит исемемде яҙа беләм, хәрефтәрҙе таныйым, — тип ныҡышты малай.
— Мәктәпкә барһаң, матур тышлы китап- дәфтәрҙәр, төрлө төҫтәге сағыу ҡәләмдәр, портфель һатып алалар, — тип тә өҫтәне.
— Уҡытыусы апайға әйтеп ҡарарбыҙ һуң,
— тигән булды әсәһе, улының һүҙен ҡеүәтләгәндәй.
— Ә уҡытыусыҡ кем ул? — тип һүҙгә ҡушылды кескәй Гөлнәзирә. — Уйынсыҡ, тубырсыҡ, — тип тәтелдәне үҙе.
— Уҡытыусыҡ түгел, ә уҡытыусы...
Уҡытыусы апай мәктәптә балаларҙы уҡыта! Бына шулай ышаныслы яуап бирҙе үҙен ҙу-у-ур ағай тип һанаған Ғабдрахман.
Наҙгөл ТАЙСИНА.
Өфө районы Шамонин урта мәктәбе.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар