Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-09-2013, 13:31 | Категория: Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 1 211
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Рубрикалар / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме:Сабый саҡ иҫтәлектәре
Автор:Рәми ҒАРИПОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Сабый саҡ иҫтәлектәре/Рәми ҒАРИПОВ

Бала саҡ. Атай — командир. Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән Мейәстә торабыҙ. Оло күл буйы. Инәйем шул күл мәкеһе алдында кер йыуа, дөрөҫөрәге — сайҡай. Һалҡын ҡыш, мәке ауыҙынан быу борҡорай...

Икенсе күренеш — ҡышҡы буран. Мин уйнарға сығып, әллә ҡайҙа китеп, аҙашҡанмын. Тик боронғо сиркәү манараһына ҡарап ҡына үҙебеҙҙең торған урамды килеп таптым...

Өсөнсө күренеш — күл буйындағы яланғас, беләү ташлы тау. Шул тауҙан мин беләү таштар эҙләйем. Ни өсөн эҙләгәнмендер, матур булғанғамы, кәрәк булғандырмы, уныһын Аллаһы тәғәлә үҙе генә белә. Ләкин ғүмеремдә әле бер нәмәне лә шул тиклем тырышып эҙләгәнемде хәтерләмәйем...

Һәм иң тәүге иҫтәлек!..

Сасҡау ҡыш. Сана аҫтарында ҡар шығырҙай; шығырҙамай, ә сыйылдай. Мине ҙур толопҡа төрөп ултыртҡандар. Бәләкәй генә толоп тишегенән икһеҙ-сикһеҙ зәп-зәңгәр күк күренә. Тишектән бармаҡты тығып, ҡайырыбыраҡ ҡараһаң, ботаҡтарын ҡар һығылдырған ҡарағайҙар күренә, ә тағын да ныҡлабыраҡ тырышып, артҡа боролоп ҡараһаң, ауыҙ-морондарына боҙорсоҡтар туңған ат баштары, ап-аҡ керпектәре аша һөҙөлөп ҡараған ат күҙҙәре...

Был — минең донъяны тәү асыуым. Был донъяны күреү миңә иң ҡәҙерлеһе ине. Һәм, моғайын, ул миңә иң ҡәҙерлеһе булып ҡалыр. Арҡауыл, Ҡаратау, Учалы, Мейәс юлы!..
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар