Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 30-11-2017, 12:45 | Категория: Туған тел / Минең ғаиләм

Просмотров 811
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
Рубрика:Туған тел / Минең ғаиләм
Исеме:Алтын ҡуллы әсәйҙәр
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Алтын ҡуллы әсәйҙәр

Шәүрә: Хәйерле көн, Динә! Хәлдәр нисек?

Динә: Сәләм, Шәүрә! Әсәйҙәр көнөнә әҙерләнәбеҙ.

Шәүрә: Ә ул байрамды нисек әҙерләйһегеҙ?

Динә: Әсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Һәр беребеҙ йырлай, бейей, шиғыр һөйләй.

Шәүрә: Ә беҙгә уҡытыусыбыҙ әсәйебеҙҙең һөнәре тураһында инша яҙып килергә ҡушты.

Динә: Ә һинең әсәйең һөнәре буйынса кем һуң?

Шәүрә: Минең әсәйем — табип. Ул балаларҙы дауалай.

Динә: Ә минең әсәйем — ашнаҡсы. Ул аш-һыу оҫтаһы.

Шәүрә: Әхирәтем Гөлнурҙың әсәһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Иректең әсәһе — тарихсы, милли музейҙа эшләй.

Динә: минеӘсәйҙәр — өйҙә лә, эштә лә өлгөрҙәр! Алтын ҡуллы, изге йөрәкле бит улар!

Текст буйынса эш:

1. Балалар! Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ — ниндәй һөнәр эйәләре? Һәр берегеҙ һөйләп ишеттерегеҙ.

2. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға теләр инегеҙ?

3. Әсәйҙәрегеҙгә ниндәй сифаттар хас, һанап сығығыҙ!

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.



(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар