Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-12-2017, 14:07 | Категория: Бәпембә / Фотолар

Просмотров 829
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
Рубрика:Бәпембә / Фотолар
Исеме:Матур байрам
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:Өфө ҡалаһы
Ауыл:221-се башҡорт балалар баҡсаһы
Рәссам:

Матур байрам

Матур байрам

Өфө ҡалаһының 221-се башҡорт балалар баҡсаһында — күркәм байрам. Һәләтле лә, тырыш та, матур ҙа, батыр ҙа балалар йөрөй бында. «Яратҡан баҡсабыҙға— 20 йәш» тип аталған иҫ киткес матур кисәлә «Аҡбуҙат» та ҡунаҡта булды.
Байрамса биҙәлгән залда «Бал ҡорттары» төркөмөнөң сағыу милли кейемдәр, заманса килешле күлдәктәр кейгән малай ҡыҙҙары үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен күрһәтте.
Йылы ямғырҙан һуң күктә ҡалҡҡандай «Йәйғор», сәмләнеп зал иҙәнен «дер» һелкеткән «Шатлыҡ» төркөмдәре лә оҫталыҡтары менән хайран ҡалдырҙы. Балалар баҡсаһының «Өмөт» фольклор ансамбле иһә, ҡумыҙҙа һәм башҡа төр музыка ҡоралдарында уйнап, йырҙар башҡарҙы.
Балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Абдулла ҡыҙы Усманова, тәрбиәселәр һәм музыка етәксеһе, йәш быуын үҙ халҡының телен,
тарихын, йырын, бейеүен онотмаһын өсөн, ҙур көс һалып эшләй. Шуға «Аҡбуҙат» журналын да яраталар, уҡыйҙар, алдыралар.

Матур байрам

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар