+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

Ҡайсы әхирәттәре

amira 4-01-2018, 08:23 557 ---
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

Ҡайсы әхирәттәре

Килешеп кенә эшләйҙәр,
Татыуҙар инде хәтәр –
Күлдәк-ыштандарҙы бесә
 

Егәрле әхирәттәр.

Бесәләр улар плащтар ҙа,  
Яңы йылға костюмдар.
Шулай ҙа айырылмаҫ
Дуҫ булыр һуң, йә, кемдәр?
— Эштерек-эштерек!
Киҫәбеҙ ебәк
Туҡыма.
— Шуҡ-шуҡ! Шуҡ-шуҡ! –
Тотабыҙ сатин
Шуҡ ҡына.
Үтә дүшәмбе –
Киҫәбеҙ.
Үтә шишәмбе –
Бесәбеҙ!
Етә шаршамбы –
Һал буйға,
Һалма рәт!
 
Һин эре сирттермә,
Әхирәт!
— Мин бесәм күлдәкте!
Мин бесәм салбарҙы!
Ҡыҫылма, мин үҙем
Иң шәбе, айбарлы!
— Эштерек!
— Шуҡ-шуҡ!
Һин артыҡ
Шуҡ, шуҡ! Яулыҡты,
халатты,
жилетты
ҡырҡаһың.
— Эштерек!
— Шуҡ-шуҡ,
Нимәнән һуң әле
Ҡурҡаһың?!
— Эштерек!
— Шуҡ-шуҡ!
Тәкәббер!
Ете ҡат үлсә,
Киҫ тик бер!
Ҡолаҡ һалсы,
әхирәт,
Буйға – буй,
Рәткә – рәт!
Ҡырҡтылар ҙа бөттөләр,
Эште харап иттеләр.
— Аһ! Нишләнең һин бына!
— Нимә һуң ҡала ғына?
Бер-берең ҡолағына
Күпме туҡы, туҡыма,
Нотоҡ уҡы, уҡыма –
Тураҡланды туҡыма!
Булһалар ҙа әхирәттәр
Үҙе шәп,
Үҙе шуҡ –
Киҫергә, бесергә хәҙер
Һис ни юҡ!

Дуҫтар! Ҡайсы-әхирәттәр, Яңы йыл костюмы өсөн өлгөләр ҡырҡабыҙ, тип, туҡыманы яңылыш ҡырҡып бөткән дә ҡуйған! Нимә эшләйбеҙ? Ә-ә-ә, шыршы байрамына тәтәйҙәр яһайбыҙ! Ур-ра!
Душан ДЖУРИШИЧ
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ тәржемәһе.
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю