Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-01-2018, 08:34 | Категория: Йолалар / Бәпембә

Просмотров 810
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2017
Рубрика:Йолалар / Бәпембә
Исеме:ИСЕМ ТУЙЫ
Автор:Мансур ҠАҘАҠАЕВ
Район:Өфө
Ауыл:Шамонин
Рәссам:

ИСЕМ ТУЙЫ

ИСЕМ ТУЙЫ 
Өфө районы Шамонин ауылының «Ысыҡҡай» балалар баҡсаһында «Исем туйы» фольклор байрамы уҙҙы. Был сараға райондың мәктәпкә тиклемге белем биреү ойошмаларынан тәжрибә уртаҡлашырға ла килгәйнеләр.
Сәңгелдәк йыры яңғырай. Бишектә бәпес йоҡлай. Ишеккә туҡылдаталар. Бәпес ҡотлап килгәндәр икән дә һә! Бына мулла килеп инә һәм балаға исем ҡуша.
Баҡсаның «Аҡбуҙат» һәм башҡа төркөмдәрендә тәрбиәләнгән балалар халҡыбыҙҙың яңы тыуған сабыйға исем туйлау йолаһын бик тасуирлап күрһәтте.
Йоланы әҙерләп күрһәтеүгә өлкән тәрбиәсе Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы Ғәйнуллина, «Аҡбуҙат» төркөмөнөң тәрбиәселәре Гөлнара Ғәдән ҡыҙы Әминова менән Әлфирә Ғәбделбарый ҡыҙы Вәхитова, музыкаль етәкселәр Илүзә Мирхәт ҡыҙы Аллаярова һәм Фәриҙә Илтуҙар ҡыҙы Аҫылғужиналар бик күп көс һалған. 

ИСЕМ ТУЙЫ

 Әйткәндәй, «Ысыҡҡай» ( «Росинка») балалар баҡсаһы рус телле булып һаналыуына ҡарамаҫтан, унда башҡорт телле бер төркөм эшләп килә һәм киләсәктә, ата-әсәләрҙең ғаризалар һаны тулыу менән, икенсеһен дә асыу күҙ уңында тотола, ти балалар баҡсаһының мөдире Марина Николаевна Храмова.

 

ИСЕМ ТУЙЫ

 

Мансур ҠАҘАҠАЕВ.
 
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар