Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 30-01-2018, 11:11 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Минең ғаиләм

Просмотров 1 098
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Минең ғаиләм
Исеме:Кескәй күҙәнәк көсө
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Кескәй күҙәнәк көсө

Кескәй күҙәнәк көсө

Бер ваҡыт Рамаҙан улым биш йәшендә саҡта балалар энциклопедияһын уҡып ултырҙы ла:
— Ерҙәге тормош бер бәләкәй генә күҙәнәктән барлыҡҡа килгән икән дә ул! — тип ҡуйҙы.
Кескәй баланың шундай ҙур төшөнсәләр тураһында баш ватыуына аптырап:
— Эйе, улым, бәләкәй генә булһа ла, шулай ҡыйыу, батыр булған инде ул күҙәнәк! – тинем уға.
Башҡортостанда Ғаилә йылы иғлан ителде. Ә ғаилә – йәмғиәттең бер күҙәнәге. Сабый күңеле ғаиләлә нығына. Рухлы, көслө ихтыярлы, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтеүсән, аҡыллы һәм итәғәтле булып үҫеү өсөн йыш ҡына ҡыйыулыҡ та талап ителә.
Сабыйҙарҙы, батыр түгел, тип әйтеп ҡара! Өр- яңы донъя асалар бит улар үҙҙәре өсөн.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ла көслө ихтыярлыларҙы яратты. «Мин әҫәрҙәремдә халҡыма һәйкәл ҡойҙом, — тине ул миңә бер әңгәмәһендә. – Батыр йөрәкле, ҡаһарман рухлы булығыҙ, балалар!»
Оло әҙибәнең һүҙҙәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Һәр ғаиләгә бөтөнлөк теләйбеҙ. Һәр сабыйға – тәүфиҡ, яңы асыштар!

Кескәй күҙәнәк көсө

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар