Ҡәҙерле тыуған ерем!
Баҫылды : 11-09-2013, 09:58 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем
Просмотров 1 480
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2010
- Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
- Исеме:Ҡәҙерле тыуған ерем!
- Автор:Айгөл ШАФИҠОВА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Ҡатнашалар: Ҡурай, Ағиҙел, Ирәмәл, Бал ҡорто, Мәтрүшкә, Әрем.
Сәхнәгә Бал ҡорто менән Ҡурай сыға.
Бал ҡорто. Сәскәләрҙән сәскәләргә
Осоп–ҡунып бал йыям.
Шундай матур болондарым,
Гөл-сәскәле аҡланға мин
Туғандарымды йыям.
Ҡурай. Бейеү көйҙәрен уйнайым,
Көйҙәрем бик күңелле.
Бигерәк тә оҡшай миңә
Бал ҡорттары бейеүе.
Сәхнәлә Бал ҡорттары бейей. Араларында Ағиҙел йылғаһы, Ирәмәл тауы, Мәтрүшкә сәскәһе, Әрем булып кейенгән балалар ҙа бар. Бейеп бөткәс, улар сәхнәлә ҡала.
Әрем. Миңә тәүҙә һүҙ бирегеҙ!
Ҡурай. Сабыр итеп тор, Әрем!
Бал ҡорто. Аҡһаҡалдан оло булма,
Ололарҙың иң олоһо–
Күпте күргән Ирәмәл.
Ирәмәл. Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп
Йәшәгеҙ һеҙ, балалар!
Борсоламын:
Сүп-сар менән
Тулып бөттө далалар,
Урмандарҙа янғын сыға,
Һайығалар йылғалар.
Ҡабатлап тағы әйтәмен:
Еребеҙҙең ҡәҙерен белеп
Йәшәгеҙ һеҙ, балалар!
Балалар ер-һыуҙы сүп-сарҙан таҙартыу күренешен башҡара.
Мәтрүшкә. Бик ҙур рәхмәт дуҫтарыма,
Иркенәйҙе һулышым.
Көстәре артыр, эсһәләр
Мине сәйҙәргә ҡушып.
Ағиҙел. Һыуһыҙ бер кем йәшәй алмай,
Йәшәү бирәм кешегә.
Таҙа һыуҙы эсеп үҫкән
Әйләнәлер көслөгә.
Батыр булам, тиһәгеҙ һеҙ,
Һаҡлағыҙ йылға-күлде.
Ышанам һеҙгә, балалар,
Шуға миңә күңелле!
Ҡурай көйө яңғырай. Ҡоштар булып кейенгән балалар “оса”. Гөл-сәскәләр, шишмәләр бейей.
(голосов:1)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар