Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 30-01-2018, 18:02 | Категория: Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм

Просмотров 918
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2018
Рубрика:Өфитәр кәңәштәре / Минең ғаиләм
Исеме:Сәләмәтлек кәрәкме?
Автор:Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория ГАПТАРЬ

Сәләмәтлек кәрәкме?

(Балалар баҡсаһы өсөн сценарий)
Ҡатнашалар: Таҙабикә, Өлфәт, Сырхапъямал, Мәшәҙғол, Баһадир, Сафа, Әрпешбай, Боҙоҡбай, Сәләмәтһылыу, Тәрбиәсе, Һыуһылыу, Ҡояшбай.
Таҙабикә: Таҙа булһын өсөн көн дә,
Беҙҙең өйҙә балалар,
Иртә менән йыуынып,
Теш таҙартып алалар.
Күнекмәләр эшләйҙәр,
Һикерә, йүгерәләр.
Өлфәт (Кирелә-кирелә өйҙән килеп сыға):
Уф, арыным!
Төн буйына
Телевизор ҡараным.
Ҡояшбай: Иртән арымаҫ өсөн,
Ятырға кәрәк кистән,
Таңдан күнекмә эшләһәң,
Арымаҫ инең һис тә.
Әрпешбай: Ҡуйсы, ҡуйсы, ниңә кәрәк
Һиңә артыҡ мәшәҡәт?
Һыуһылыу: Хәрәкәттә — бәрәкәт,
Шуға кәрәк хәрәкәт.
Ырғы, һикер һәм йүгер,
Йүгереп, тирен түгеп,
Сынығып үҫкән балаға
Һыуыҡ ҡурҡыныс түгел!
Сырхапъямал (килеп сыға):
«Аһ» та «уһ» итеп киләм,
Ай-й, тешем һыҙлай, үләм!
Мәшәҙғол: Сырхапъямал, илама,
һыҙланам, тип уйлама.
Ауыҙыңды сайҡатма,
Тештәреңде таҙартма!
Тиҙҙән улар ҡойолор,
Бик күңелле тойолор!
Әрпешбай (Турайып, маһайып китә):
Көн оҙоно йоҡлағыҙ,
Кәбеҫтә, кишер, һуғанды
Бер ҙә сәйнәп йотмағыҙ!
Иң тәмлеһе — шоколад,
Кәнфит, торт һәм мармелад.
Шуларҙы ғына ашап
Ял итеп кенә тик ят.
(Баһадир килеп сыға.)
Баһадир: Кем бында гелән шулай
Кирле-мырлы һүҙ һөйләй?
(Әрпешбайҙың бысраҡ кейеменә
күрһәтеп һәм тешһеҙ ауыҙына ымлап)
Шул йылмайыу матурмы?
Балалар: Юҡ!
Баһадир: Шундай ялҡау батырмы?
Балалар: Юҡ!
Баһадир: Тыңламағыҙ Әрпеште,
Үҫегеҙ һеҙ сынығып,
Күнекмәләр көн дә эшләп
Китерһегеҙ нығынып!
Һыуһылыу: Мин һеҙгә, хәҙер, балалар,
Ҡоям бер нисә йомаҡ.
Йомаҡты сисә белгән
Минән ала бер ҡоймаҡ.
Балалар баҡсаһына
Йүгереп килгән Хәлимә,
– Инегеҙ, — тип, — хәлемә,
Бик кәрәк, — ти, — ҡулъяулыҡ!
Тымау төшкән Сәлимйән
Ҡыҙҙың һөрткән танауын.
Кеше ҡулъяулығына
Бит һөртөргә ярамай!
Кеше тарағы менән
һис кем сәсен тарамай!
Балалар: Юҡ, юҡ! Ярамай!
Әрпешбай: Кеше таҫтамалы менән
Битте һөртөргә ярай,
Тараҡ менән һәр кеше
Тота ла сәсен тарай.
Шунан ул сырхап китә,
Рәхәтләнеп ял итә.
Баһадир: Аптырап ҡарай Сафа:
– Эшләнек ниндәй хата?
Ҡояшбай: Әрпешкә микроб күсә,
Туҙанда үрсей, үҫә,
Шуға йыуын йышыраҡ,
Йәбешмәһен бысраҡ!
Һыуһылыу: Бассейнда Ғәлимә,
Туфлийын кеймәйенсә
Йөрөнө ялан аяҡ,
Хәҙер таянған таяҡ.
Баһадир: Һикереп торҙо Ғата:
— Ғәлимә яһай хата,
Аяҡ кейемһеҙ бер ҙә
Йөрөмә ундай ерҙә!
Һыуһылыу: Сәймә алма ашағанда
Алмаһы төшөп китте,
Ҡыҙыҡай уны алды ла
Күлдәк еңенә һөрттө.
Кис уның хәле бөттө,
Дауаханаға китте.

Сәләмәтлек кәрәкме?

Әрпешбай: Бигерәк яҡшы, бик шәп,

Унда хөрмәт һәм ҡәҙер.

Һыуһылыу: Балалар, һеҙгә шулай

Оҡшармы сырхап ятыу?

Балалар: Юҡ! Спорт менән күмәкләп

Шөғөлләнәйек татыу.

Баһадир: Ифрат шуҡ малай Рәфис,

Әсәһен тыңламай һис.

Һатып алды туңдырма,

Бишләпте ул ашаны,

Йүтәлләй ҙә башланы,

Янып китте тәндәре,

Тамам бөттө хәлдәре.

Боҙоҡбай: Һай, был да яҡшы кәсеп—

Тик ятһын дарыу эсеп.

Сырхапъямал: Йәйәү йөрөү арыта,

Минең аяҡ ауырта.

Йыш ҡына йөрәк һыҙлай,

Йәйәү йөрөмәм былай.

Сәләмәтһылыу: Йәйәү ҙә йөрөмәгәс,

Сыҡмағас саф һауаға,

Шуға ла гел һыҙланып

Мохтажһың һин дауаға.

Тәрбиәсе: Беҙҙең синыф балалары

Спорт менән шөғөлләнә.

Күрегеҙ, ниндәй матурҙар,

Торғаны бер гөлләмә!

Сәләмәтһылыу: Иртәнсәк тороу менән

Таҙарталар тештәрен,

Спорт менән дә дуҫ булғас,

Ыңғай бара эштәре!

Ҡулдары ла гел таҙа,

Сәстәре лә таралған,

Йыш ҡына һыу инәләр,

Уҡыуҙа ла өлгөрҙәр,

Дәрестәр ҙә ҡаралған.

Барыһы бергә: Йәшәһен сәләмәт тормош,

Сәләмәт йәшәргә тырыш! 

Сәләмәтлек кәрәкме?

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Рәссам Виктория ГАПТАРЬ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар