Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-02-2018, 12:18 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү

Просмотров 615
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Фәстереү
Исеме:НИМӘ УЛ ЭҘМӘ - ЭҘЛЕЛЕК?
Автор:Юнир САЛАУАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ

НИМӘ УЛ ЭҘМӘ - ЭҘЛЕЛЕК?

 Балалар баҡсаға килгәс тә, ниндәй хәрефте, һанды уҡырға өйрәнеүҙәре, һүрәт ҡарауҙары хаҡында фекер алыша башлайҙар. Телевизорҙан ишеткән яңы

һүҙҙәр хаҡында бәхәсләшәләр.
— Кемегеҙ белә, нимә була икән ул «эҙмә- эҙлелек»? – тип һораны Сәмирә. Балалар, тынып, бер-береһенән яуап көттө. Буранбай алға сыҡты ла:
— Был һорауға мин яуап бирәм. Беҙ уйнаған кубиктарға төрлө һүрәт киҫәктәре төшөрөлгән. Уларҙы йыйып үҙебеҙ аңлаған тулы һүрәтте килтереп сығарабыҙ – был беҙҙең эҙмәэҙлелекте аңлауыбыҙ була. Ә бына эҙмә-эҙлелекте аңламаған Ялҡаубай, мунсала йыуынғас, курткаһы тышынан майкаһын кейгән. Ауылға олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡас, арбаға атты арты менән егергә тырышҡан. Хәҙер эҙмә-эҙлелектең нимә икәнен аңланығыҙмы?
Аңлаһағыҙ, үҙегеҙ миҫалдар килтерегеҙ, – тине.
— Ҡоштар ҡыш көнө бала осормай, сөнки һалҡын. Яҙ етеп оя сығарғас, көндәр йылынғас ҡына осоралар,— тине Гөлсирә.
— Беҙ иң тәүҙә коляскала ятабыҙ, һөт имәбеҙ, унан йәслегә, баҡсаға киләбеҙ, мәктәпкә уҡырға барабыҙ, тамамлайбыҙ, институтҡа уҡырға инәбеҙ, – тине Айрат.
— Унан һуң Айратҡа мыйыҡ үҫә, – тине ҡыҙҙар хихылдап.
Юнир САЛАУАТОВ
Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар