Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-02-2018, 12:51 | Категория: Ҡыш / Рубрикалар / Ҡоштар / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 683
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Ҡыш / Рубрикалар / Ҡоштар / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Йәнлектәр нисек ҡышлай?
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

Йәнлектәр нисек ҡышлай?

 Йәнлектәр нисек ҡышлай?

Әмир атаһы менән саңғыла йөрөргә сыҡты. Урманда рәхәт, саф һауа!

— Атай, ҡара әле, ниндәй эҙҙәр ул? — тип һораны Әмир.

— Сысҡан эҙҙәре, улым, — тине атаһы.

— Ә сысҡандар ҡышын йоҡламаймы ни?

— Урман сысҡаны ағас төбөн өс метрға тиклем соҡоп, өң яһай. Шунда үҙенә ҡышҡылыҡҡа төрлө орлоҡтар ташып, йыйып ҡуя. Аҙығы бөтөп китһә, ер өҫтөнә сығып ашарға эҙләй. Ҡырмыҫҡалар ҙа үҙҙәренең иләүендә ҡышты үткәрә. Тәрән итеп иләүҙе ҡаҙалар, алдан аҙыҡ әҙерләйҙәр.

—Ә айыу өңөнә инеп йоҡлаймы икән?

— Көҙ көнө йығылған ағас төбөндә йәки текә яр буйында бик тәрән соҡор яһап, төбөн мүк, ағас япраҡтары менән түшәп ҡуя тайыш табан. Уңайлы, ҡоро өңөндә йоҡлап, яҙын ғына сыға. Терпекәй иһә ҡыш көнө ҡоро япраҡтар менән ҡапланған ҡуйы ҡыуаҡлыҡ төбөндә йомарланып йоҡлай.

— Атай, ҡара әле, ағас башында тейен ултыра! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әмир.

— Эйе шул! Тейен йоҡоға китмәй, ҡышҡы һалҡындарҙы ғына йылы ояһында үткәрә.

— Әйҙә, беҙ ҙә үҙебеҙҙең өңгә ҡайтайыҡ, атай! Беҙҙең өң ул — өйөбөҙ! Унда йылы, рәхәт!

Текст буйынса эш:

Ролдәргә бүлешеп уҡығыҙ. Төрлө януарҙарҙың,йәнлектәрҙең нисек ҡышлауы тураһында әңгәмә ҡороғоҙ.

Һүҙлек: иләү — муравейник

өң — нора, берлога

оя —дупло, гнездо

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.

Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар