Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-02-2018, 13:53 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 877
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Трансформерҙар
Автор:Гөлсинә ЙОСОПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Лиана НИҒМӘТЙӘНОВА

Трансформерҙар

(Әкиәт)
Йәшәгән, ти бер трансформер. Исеме Тимеркәй булған. Ул ҡалала берҙән-бер генә, ти. Машинаға, роботҡа, хатта велосипедҡа әйләнә алған,
ти. Ләкин бер үҙенә күңелһеҙ булған. Минең һымаҡ тағы кем бар икән, тип эҙләргә тотонған. Ләкин юҡ та юҡ. Бер саҡ ҡараһа, бер машина китеп барған да ҡапыл роботҡа әйләнеп өйгә инеп киткән. Был артынан йүгергән, тик тота алмаған. Подьезд төбөндә оҙаҡ ҡына көтөп торған. Бына теге ҡапыл килеп сыҡҡан да велосипедҡа әйләнеп елдергән. Тимеркәй уның артынан машинаға әйләнеп сапҡан. Ҡыуып еткән.
— Һин кем? — тип һораған.
— Мин бер малайҙың уйынсығы. Ҡорос булам. Ул мине туҙҙырып ташлап ҡуя, уйнатмай. Һин кемдең уйынсығы?
— Мин бер кемдеке лә түгел. Мин уйынсыҡтарҙы магазинға илткәндә төшөп ҡалғанмын. Бөтә дуҫтарым да әле магазинда. Бәлки, уларҙы һатып та алғандарҙыр. Уларға рәхәт, өйҙә генә ултыралар.
— Ә минең өйҙә генә ултырғым килмәй. Теге малай диван аҫтына ла ташлап ҡуя, таратып та һалып ҡуя. Ҡайһы бер өлөштәремде юғалта ла, эҙләп йөрөй.
Былар бергәләп уйнай башлаған. Бер-береһе менән баҫтырышҡандар. Береһе машина булып йүгерһә, икенсеһе самолетҡа әйләнеп осҡан. Шунан Ҡорос исемле трансформер урамда ғына йөрөп арыған. Өйгә ҡайтҡыһы, рәхәтләнеп ял иткеһе килгән. Ләкин Тимеркәйҙең бер үҙен ҡалдырып китә алмаған. Яңы дуҫын да үҙе менән алған. Ә малай ни, бер түгел ике трансформеры булғанға ҡыуанған ғына! Иң ғәжәбе шул: уйынсыҡтарын бүтән туҙҙырмай башлаған, ти.
Гөлсинә ЙОСОПОВА
Рәссам Лиана НИҒМӘТЙӘНОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар