Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-02-2018, 14:57 | Категория: Журнал хеҙмәткәрҙәре / Авторҙар / Шиғырҙар

Просмотров 653
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Журнал хеҙмәткәрҙәре / Авторҙар / Шиғырҙар
Исеме:Рәссам
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Рәссам

Рәссам/Зөбәйҙә Исламова

Оҫта ҡуллы рәссам килеп
Ижад итә тәҙрәлә.
Ебәк кенә семәрҙәре,
Гүйә, төшкән пәрҙәгә.
Һүрәттәрен алмаштырып
Тау-урмандары тыуа,
Йә булмаһа, аҡ яланда
Ҙур ҡала эшләп ҡуя.
Күңелләнеп, һыҙғырып та,
Ел менән уйнап ала.
Юйылмаҫҡа һүрәтенә
Һалҡын тын өрә һала.
Күҙ асып йомған арала
Тәҙрәләге быяла
Әйләнә бер ҙур пейзажға,
Күргән уға таң ҡала.
Бына шулай Һыуыҡ бабай
Ижадына юл тапҡан.
Һәр бер өйҙөң тәҙрәһендә
Күргәҙмә залы асҡан.
02-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар