Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-02-2018, 14:59 | Категория: Авторҙар / Ҡыш / Шиғырҙар / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 737
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Авторҙар / Ҡыш / Шиғырҙар / Йыл миҙгелдәре
Исеме:ҠЫҘЫҠ УЙЫН
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

ҠЫҘЫҠ УЙЫН

 

ҠЫҘЫҠ УЙЫН

Ҡар уйнатып тауҙан аҫҡа

Осто еңел саналар.

Ҡолап ҡалған хужалары

Ҡыуып арттан «сабалар».

Тик тоттормай «тимер аттар»,

Етеҙ еләләр түбән,

Малай-ҡыҙҙар өймәкләшеп

Шыуа, китеп мөккибән.

Тәгәрләшеп епшек ҡарға,

Төштөләр йырып көрттө.

Ә саналар, ҡар аҫтында,

Боҫоп, хужаһын көттө.

Ҡабат-ҡабат ҡабатланды,

Бик ҡыҙыҡ бит был уйын.

Тик нисек өйгә ҡайтырға?

Кейем еүеш, эй, ҡыйын... 

Зөбәйҙә Исламова
02-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар