Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-02-2018, 15:02 | Категория: Журнал хеҙмәткәрҙәре / Авторҙар / Шиғырҙар

Просмотров 738
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Журнал хеҙмәткәрҙәре / Авторҙар / Шиғырҙар
Исеме:СӘКӘН ҺУҒА МАЛАЙҘАР
Автор:Зөбәйҙә Исламова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

СӘКӘН ҺУҒА МАЛАЙҘАР

СӘКӘН ҺУҒА МАЛАЙҘАР 

Бишмәт, бүрек, бейәләйҙәр,
Аяҡта — төплө быйма.
«Ут» малайҙар сәкән һуға,
Йылғала туңған быуа.
Бер-береһен этеп-төртөп
Уйнайҙар янып-бешеп.
Ҡыҙарышҡан бит-танауҙар,
Тормайҙар һис тә өшөп.
Инде ҡояш күптән батҡан,
Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Нишләп икән ҡышҡы көндөң
Сәғәте шулай ҡыҫҡа?
Ә малайҙар һис бошонмай,
Ай яҡтыһына риза.
Бик көттөргән тәүге шайба
Ҡапҡа төбөнә уҙа.
Шатлыҡтары «эскә һыймай»,
Бүректәр оса күккә.
Еңелгәндәр бирешмәйҙәр,
Отолмағандар — күпкә!
Таң аттырып көн еткәнен,
Эй, көтәләр малайҙар.
Төштәрендә лә сәкәндән
Айырыла алмайҙар
Зөбәйҙә Исламова
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар