Кемдең сәскәләре иң матуры?
amira 6-03-2018, 18:25 882 Тәбиғәт 2013/2014 / Йыл миҙгелдәре / Әкиәттәр(Әкиәт)
Бер заман йыл миҙгелдәре: «Кемдең сәскәләре иң матуры?» — тиеп бәхәсләшеп киткән.
Яҙ үҙенең ялтыр үксәһе менән берҙе туҡылдатҡан икән, ҡар ирегән, йырғанаҡтар аҡҡан. Ер өҫтөн умырзая, үгәй-инә үләне, бәпембә, нәркәс сәскәләре ҡаплап алған.
— Күрҙегеҙме, яҙ сәскәләре ниндәй матур! — тиеп маһайған ул.
— Матур, әлбиттә. Тик ялан сәскәләренә етмәй! — тип ҡаршы төшкән Йәй. Аллы-гөллө яулығын һелкеп ебәргән икән, ҡыңғырау, аҡ сәскәләр, ҡәнәферҙәр, миләүшәләр үҫеп сыҡҡан. Ә бал ҡорттары туҡранбаш, мәтрүшкәнән, зәңгәр сәскәнән һут йыя икән.
Һалҡын көҙ, көнләшеп, әсе елдәрен өрҙөргән. Йәйҙең сәскәләре һулыған да ҡуйған, ти.
— Минең сәскәләрем һеҙҙекенән бер ҙә кәм түгел. Ана, ҡайһылай балҡып ултыралар! — тигән баҡсалағы лилиә, астра, георгин, хризантемаларға күрһәтеп.
Ҡыш урман-ҡырҙарҙы, баҫыуҙарҙы мамыҡтай ап-аҡ ҡар менән тултырған. Үҙе иһә, һәр бер өйҙөң тәҙрә төптәрендә хуш еҫ бөркөп ултырған ҡына гөлө, яран гөлө, орхидея сәскәләренә һоҡлана, ти.
— Минең сәскәләрем һыуыҡҡа ла бирешмәй, бар донъяға нур сәсә! — тип маҡтанған Ҡыш.
Дүрт миҙгел әле һаман да бер-береһен уҙыша алмай, бәхәсләшә икән...
Дуҫтар, әйтегеҙ әле, ниндәй миҙгелдең сәскәләре матур?!
Һеҙ тағы ла ниндәй сәскә исемдәре беләһегеҙ? Әңгәмә ҡороғоҙ!
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]