Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 11-09-2013, 10:04 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 1 238
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:Әүһәләй
Автор:Рәшиҙә Шәмсетдинова
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Әүһәләй / Рәшиҙә Шәмсетдинова
Әүһәләй / Рәшиҙә Шәмсетдинова

Атай яһағас

Бик шәп әүһәләй.

Хәҙер ул беҙҙе

Күккә әйҙәләй.

Етеҙ атына

Хәлил, Флүр, Марат.

Осалар, гүйә,

Йондоҙға ҡарап.

Бәләкәс ҡыҙҙар

Ҡарап торалар.

Ҡурҡыштарынан

Ҡысҡырышалар.

Әүһәләйебеҙ

Өлкәндәр өсөн.

Осҡандар ғына

Күрһәтә көсөн.

Минең атайым

Булмаһа әгәр,

Еталмаҫ инек

Беҙ айға ҡәҙәр.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар