Төш күргән
amira 10-04-2018, 13:04 772 Тәбиғәт 2013/2014 / Шиғырҙар / Хайуандар илендә / ТәржемәләрТөш күргән
Аптырамай торһаңсы —
Аръяҡта бар һунарсы!
Ул кисә ҡайтҡан алып
Ике ҙу-у-р кашалот,
Өс айыу ҙа
Биш филде,
Ҡырағай ҡабан —
Һигеҙҙе!
Өс болан,
Кәзәмөгөҙ,
Ике яуыз
Танаумөгөҙ,
Өс бизон,
Биш бүрене
Атып алған —
Күрегеҙ!
Крокодил алған
Нилдан,
Һис ҡурҡмаҫ үҙе,
Йылдам!
Ҡасан, ҡайҙа булған хәл?
Һаҡла тик серең итеп:
Был хәл булған өйөндә
Ятҡанда серем итеп.
Душан ДЖУРИШИЧ шиғырҙарын ҡаратаулы теленән башҡортсаға Тамара ИСКӘНДӘРИӘ ауҙарҙы.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]