Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 14-05-2018, 12:40 | Категория: Авторҙар / Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Шиғырҙар / Йорт хайуандары

Просмотров 521
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2018
Рубрика:Авторҙар / Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Исеме:Ҡолон
Автор:Тимер Юсопов
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Ҡолон

Ҡолон

Ҡолон әле аяҡланған,

Тоя тик елде генә.

Әй сайҡалып торған була,

Барып үҙ белдегенә.

Ер кендеге тоташҡанмы

Ҡолоном кендегенә.

Әйтерһең дә,

Күҙ алдында

Япраҡ бөрөһөн тиртте.

Әсәһенең бауырына

Ҡолон моронон төрттө.

Бер аҙ ғына тын алды ла

Атлап китте ҡабаттан.

Шул саҡ ҡолон иңдәренә

Ҡундымы ни ҡанаттар...

Гүйә, уның күҙ алдында

Күкрәп китте болоно.

Тып-тып баҫып,

Юртҡан була,

Юртҡан була ҡолоном.

Таянысы — тыуған ере,

Ә ел — уның юлдашы.

Ҡой(о)роғон һелккән була,

Ташлаған була башын.

Кешнәп кенә ебәрҙеме,

Алдарында болоно

Йылы бауыр аҫтарында

Бер аҙ торҙо йылынып.

Күҙ менән ҡаш араһында

Елеп үтә болонон.

Үҙе кешнәй,

Тыуғанына

Әй ҡыуана ҡолоном...

Тимер Юсопов 

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар