ФИЗКУЛЬТУРА ДӘРЕСЕНДӘ/ Әлфис ҒАЯЗОВ
Баҫылды : 12-09-2013, 09:15 | Категория: Байрамдар / 1 сентябрь
Просмотров 1 200
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
- Рубрика:Байрамдар / 1 сентябрь
- Исеме:ФИЗКУЛЬТУРА ДӘРЕСЕНДӘ
- Автор:Әлфис ҒАЯЗОВ
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Глеб Голубев
Уҡытыусыбыҙ бик ҡырыҫ
Ат аша ла һикертә,
Шулай бейек һикерергә,
Әйтерһең, беҙ сиңерткә!
Тағы турникта әйләнеп,
Тороп баҫырға тейеш,
Әйтерһең, беҙ ағастарҙа
Осоп йөрөгән тейен!
Унан беҙҙе йүгертә ул,
Ярышҡас, ҡуя баһа.
Беҙ шулай шәп йүгерергә
Ҡуян түгел дә баһа!
Йә булмаһа, канат буйлап
Беҙ тейеш үрмәләргә.
Беҙ маймыл түгел дә инде
Бейеккә үрелергә!
Ә бер көндө барыбыҙ ҙа
Беҙ йөҙөүҙә уҙыштыҡ,
Һабантуйҙағы ат кеүек
Кемуҙарҙан ярыштыҡ!..
… Ә бөгөн уҡытыусыбыҙ
Үҙе ярышҡа киткән.
Беҙ “ура!” тиеп ҡысҡырҙыҡ,
Әйтерһең, яфа бөткән!
Һәм ул юҡта беҙ бик теләп
Уйнаныҡ етеҙ футбол:
Быныһы беҙҙең файҙаға,
Ә быныһы “бергә — ноль!”
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар