Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-05-2018, 12:33 | Категория: Рубрикалар / Минең әлифбам

Просмотров 840
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2018
Рубрика:Рубрикалар / Минең әлифбам
Исеме:Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар 

Әлифба батшалығында йәшәгән, ти, төрлө хәрефтәр. Уларҙың араһында йырларға яратҡандары ла булған.
– А-а-а, – тип йырлаған, ти, А хәрефе.
– Ә-ә-ә, – тип ҡушылған икән, ти, Ә хәрефе.
– Ө-ө-ө, – тип Ө хәрефе лә уларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан.
Был хәрефтәр һуҙынҡылар тиеп аталып, улар шулай көйләп-йырлап йөрөргә яратҡан. Ҡалын итеп йырлағандары – ҡалын һуҙынҡылар, нәҙек итеп йырлағандары нәҙек һуҙынҡыларға бүленгән. Ә ҡайһы бер хәрефтәр бөтөнләй йырлай белмәгән. Тартынҡылар, тиеп йөрөткәндәр, ти, уларҙы.
– М-м-м, – тигән өн сығарған М хәрефе.
– Р-р-р, – ти икән уға Р хәрефе.
Бер көндө хәрефтәр йыйылышып, йыр-моң кисәһе ойошторорға булған. Һуҙынҡылар менән тартынҡылар бергә ҡушылып йырлап, дуҫлашып киткән. Шул көндән алып һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр бик дуҫ йәшәй, ти..
Текст буйынса эш:
1. Бирелгән һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙҙәр яһағыҙ: аша – ата – ала – .., йәм – йәш – йәй – ... Тағы ла нисә һүҙ уйлап табырға мөмкин?
2. Текстан нәҙек һуҙынҡылары булған һүҙҙәрҙе айырып алығыҙ, мәҫәлән: хәрефтәр, төрлө...
3. Йомаҡтарҙың «Р» өнөнә башланған яуабын табығыҙ:
Үҙе һөйләй, үҙе күренмәй.
Ҡош түгел – оса,
Йыһанға етә.
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Рәссам Артур ВАСИЛОВ

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар