09-2013
amira 1-09-2013, 09:24 4 635 2013 / Һандарға күҙәтеүҺаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙе «Аҡбуҙат» журналы сәләмләй. Сиратта журналдың 9-сы һаны. Һәр берегеҙҙе Белем көнө байрамы менән ҡотлайбыҙ. Киләһе уҡыу йылында яңы уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ. Журналыбыҙҙың тәүге битен Башҡортостандың мәғәриф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов үҙенең балалар өсөн ижад иткән бик ҡыҙыҡ, мәктәптәрҙә осрай торған хәл-ваҡиғаларға бәйләп яҙылған шиғырҙары менән асып ебәрә. Беҙҙе артабан да, үҙенең береһенән-береһе матур шиғырҙары менән шатландырып торор, тип өмөтләнәбеҙ. 2-3 биттәрендә юбилярыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова “Аҡбуҙат” исемле әкиәте менән ҡаршы ала. Бында Әкиәтсе бабай менән Мәскәй әбейҙең, яҡшылыҡ менән яманлыҡтың алышы һүрәтләнгән. Аҡбуҙ аттың ҡайҙан һәм нисек килеп сығыуы матур итеп биҙәлеп бирелгән. Был әкиәт һеҙҙең күңелегеҙгә хуш килер тип өмөтләнәбеҙ. Яҙыусы шағирәбеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәм яңынан-яңы шиғырҙарын, әкиәттәрен көтөп ҡалабыҙ.4-5-се биттә ғәҙәттәгесә, “Бәпембә” урынлашҡан. Унда тиҫтерҙерегеҙҙең ижады менән танышырһығыҙ. Шунда уҡ Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғриәт конкурсы дауам итә. Артабан, балалар яҙыусыһы Сергей Владимир улы Михалковтың [url=http://www.iskanderia.ru/index.php?newsid=225]“Ишәк һәм Ҡондоҙ” исемле мәҫәле рус һәм башҡорт телендә, Земфира Сәхипованың тәржемәһе аҫтында бирелгән.8-9-сы биттә Айнар Байбулатов әҙерләгән башватҡыс уйын көтөп ҡала.Урталағы китапсыҡта яңы ғына үҙенең юбилейын билдәләп үткән яратҡан шағирәбеҙ Гөлфиә Юнысованың “Яҙылышыбыҙ бер үк” исеме аҫтында бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Уға ижади уңыштар теләйбеҙ.Юбилярҙарыбыҙҙы иҫтәлекле күркәм байрамдары менән тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. 10-11-се биттәрҙә Гөлнара Хәлфетдинованың уҡыу йылына ҡарата яҙылған “Беҙ хәҙер уҡыусылар” шиғыры урын алған. Шунда уҡ, Рәдиф Тимершин ижад икән “Тиҫкәре ҡәләм” тип аталған әкиәт уҡып үтәрһегеҙ. Артабан, Зөбәйҙә Исламованың “Алтын балыҡ” исемле хикәйәһе бирелгән. Унда Фәрүәздең Йәмилгә ҡарата дуҫтарса ҡарашы күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта, һәр эштә лә тик үҙеңдең көсөңә ышанырға кәрәк икәнлеген аңлатҡан күренеш һүрәтләнгән.14-15-се биттәрҙә шулай уҡ, Зөбәйҙә Исламованың “Уйла, эҙлә, тап!” исемле уйыны бирелгән.Киләһе биттә Һеҙҙе “Ҡотлауҙар” рубрикаһы сәләмләй. Бәләкәстәрегеҙҙе байрамдары менән ҡотларға уйлаһағыҙ, рәхим итегеҙ!Журналыбыҙҙың тышҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Әлфиә Шафикова, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора[/url].
Бөтә материалдар [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]