Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 15:44 | Категория: Әкиәттәр / Тәржемәләр

Просмотров 637
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
Рубрика:Әкиәттәр / Тәржемәләр
Исеме:Һыу аҫты батшылығында
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат ҒАРИПОВ
Һыу аҫты батшылығында

Һыу аҫты батшылығында
(француз халыҡ әкиәте)

Бер малай һыуҙа йөҙөргә яратҡан. Шулай йылға ташып ярҙарынан күтәрелгән ваҡытта ла, ата-әсәһен тыңламай, ул һыу инергә йүгергән. Яр буйында сисенгән дә һыуға һикергән. Көслө ағым малайҙы эләктереп алып киткән. Барлыҡ көсөнә тулҡындар
менән алышып ҡараһа ла, малайҙың ағымды еңерлек хәле юҡ икән. Ярҙамға саҡырып, ҡысҡырып та ҡарай, бер кем юҡ, ти.

Ә бына һыу эйәһе ишетеп ҡалған. Батшалығына кеше эләгеүен яратмаһа ла, бәләкәй йөҙөүсе уға бик оҡшап ҡалған. Ҡуй, батырмайым әле, ҡотҡарайым, тип уйлаған. Ҙур, иркен батшалығында яңғыҙ ғына йәшәү ялҡытып та киткән, ти. Иптәш табылыуына ҡыуанып, матур малайҙы янында йәшәргә ҡалдырырға уйлаған.

Һыу эйәһе баланы күтәреп, һыу төбөндәге ҡалаһына алып ҡайтҡан.
Беренсе тапҡыр уның биләмәләренә кеше аяҡ баҫҡан. Малайҙы карауатҡа һалған да, ситкәрәк китеп, ҡунағының уяныуын көтә икән, ти, был.

Малай уянып күҙҙәрен асһа, быяла бүлмә уртаһындағы быяла карауатта ята икән. Өҫтәлдәге матур итеп йымылдашҡан гәлсәр уйынсыҡтарға үрелеүе була, үҙҙәренең өйө иҫенә төшә һәм ҡысҡырып илап ебәрә.
Һыу эйәһе йүгереп килгән дә:
– Бәләкәсем, ниңә илайһың? – тип һорай икән.
– Өйөмә ҡайтҡым килә, – тигән малай.
– Өйөңдә минең батшалығыма ҡарағанда яҡшыраҡмы ни? – тип аптыраған һыу эйәһе.
– Яҡшыраҡ, – тип яуаплаған малай һәм тағы ла нығыраҡ илай башлаған.

Тынысландыра алмағас, һыу эйәһе икенсе бүлмәгә сыҡҡан. Ә малай, күп илауҙан хәле бөтөп, йоҡлап киткән.

Һыу эйәһе уны шым ғына икенсе бүлмәгә күсереп һалған. Малай уянып китһә, көмөш бүлмәләге көмөш карауатта ята
икән. Көмөш өҫтәлдәге уйынсыҡтар ҙа көмөштән, ти.

Малай тәтәйҙәр менән уйнай башлаған, әммә тиҙ генә уйындан ялҡҡан. Бәләкәс ҡустыһы менән һеңлеһен иҫенә төшөрөп, йәнә ҡысҡырып илап ебәргән.

Һыу эйәһе йүгереп килеп, тағы ла һораған:
– Нишләп илайһың, бәләкәс?
– Ҡустым менән һеңлем янына ҡайтҡым килә! – тигән малай.
Һыу эйәһе уны тағы ла тынысландыра алмаған.

Малай иһә арып йоҡлап киткән. Һыу эйәһе уны тағы ла икенсе урынға күсереп һалған.
Уянып китһә, малай алтын карауатта ята, ти. Был алтын бүлмәләге өҫтәл, ултырғыстар ҙа, уйынсыҡтар ҙа алтындан икән. Малай, байлыҡҡа иҫе китеп, уйнарға тотонған. Әммә алтын ғына баланы тынысландыра алмаған. Ул атаһы менән әсәһен һағынып, йәнә илай башлаған.
Һыу эйәһе ҡабат йүгереп килгән дә:
– Балаҡайым, нимә булды? – тип һораған.
– Атайым менән әсәйемә ҡайтҡым килә! – тип ярһыған малай.

Һыу эйәһе бик ныҡ аптыраған. Сөнки ул атай, әсәй, ҡусты, һеңле тигәнде тәүгә ишетә икән. «Нисек улай, атай менән әсәй алтындан да ҡиммәтерәкме ни?» – тип ҡысҡырып ебәргән һыу эйәһе. Шунан, батшалығындағы бөтә ынйы-таштарҙы йыйып, малайҙың алдына өйгән дә:
– Ошо байлыҡҡа ла атай-әсәйеңде алмаштырмайһыңмы? – тигән.
– Минең өсөн улар иң ғәзиз кешеләр! Һин барыбер уларҙың ҡәҙерен белә алмайһың!

Һыу эйәһе баланы йыуата, әүрәтә алмаясағын ныҡлап аңлаған. Йоҡлап киткән малайҙы ипләп кенә күтәреп һыуҙан сығарған да ярға һалған. Шунан уның кейеменең кеҫәләренә алтын-көмөш, мәрйендәр тултырған һәм үҙе һыу төбөнә төшөп юғалған.

Малай уянып китһә, яр ситендә ята икән. Һыу эйәһе, байлыҡ төшөмә ингәндер, тиеп уйлаған. Әммә кейенгәс, төш түгел, өн
булыуын аңлаған. Йүгереп өйөнә ҡайтҡан. Ата-әсәһе, туғандары малайҙың иҫән-һау булыуына бик ҡыуанған. Һыу эйәһе бүләк иткән алтын-көмөштәр уларға етеш тормошта йәшәп китергә ярҙам иткән.

Бынан һуң малай һыу ингәндә улай алыҫҡа йөҙмәгән.

Ошо хәлдән һуң һыу эйәһе бик бойоҡ йөрөгән. Үҙенең һыу төбөндәге ҡалаһына ер йөҙөндәге бөтә байлыҡты йыйҙым, тип уйлап ул бик яңылышҡан икән. Кешеләр уға ҡарағанда күпкә байыраҡ икән, сөнки уларҙың атай-әсәһе, туғандары бар. Ә һыу эйәһенең бер кеме лә юҡ... Ул ошоларҙы уйлап, өс көн буйына ҡысҡырып илаған: һыу ташҡан, тулҡындар ҡоторонған. Шунан батшалыҡтағы һәр мөйөштө ҡарап сығырға булған. Бәлки, ҡайҙалыр уның да ҡәҙерле байлығы һаҡланалыр?!

Миңлегөл ТАЙСИНА тәржемәһе.
07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар