Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 16:58 | Категория: Әкиәттәр / Бәпембә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 777
Тейен балаһының сәйәхәте

Тейен балаһының сәйәхәте

Борон-борон заманда йәшәгән, ти Тейен апай. Уның бер генә бөртөк ҡыҙы булған, ти. Бер ваҡыт ҡыҙы урамға ғына сыҡҡан да юғалған да ҡуйған, ти. Тейен апай балаһын оҙаҡ эҙләгән, тик таба алмаған икән. Ә был ваҡытта ҡыҙы бүре балаһына тап булған, ти. Бүрекәй тейенде осратыуына бик шатланған.
– Һин кем? – тип һораған ул.
– Мин – Тейенкәй! – тигән тейен ҡыҙы.
– Ә мин – Бүрекәй! – тигән бүре балаһы. – Һинең дуҫтарың бармы?
– Юҡ! – тигән Тейенкәй.
– Минең дә дуҫым юҡ! Әйҙә, дуҫлашайыҡ!
– Әйҙә, мин риза!
Шунан улар көнө буйы уйнағандар, ти. Кис еткән, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәндәр. Тейенкәй:
– Мине өйҙә әсәйем көтәлер инде! – тигән.
– Ярай, осрашҡанға тиклем! – тип, Бүрекәй ҙә ҡайтырға булған.
Тейен балаһы өйгә ҡайтҡас, әсәһе унан:
– Ҡайҙа булдың, ҡыҙым? – тип һораған.
– Мин бүре балаһы менән дуҫлаштым. Уның менән уйнаным!
– Дуҫлашыуың бик һәйбәт! Тик улай һорашмайынса өйҙән сығып китмә! – тигән әсәһе.
Шул көндән башлап тейен балаһы һорауһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөмәгән.

Эльвина ҠОЛМАНОВА.
Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар