Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2018, 17:14 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 786
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
Автор:Владимир СУТЕЕВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА
Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

(Әкиәт)

Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең заманда, Айнурҙың өҫтәлендә, йәшәгән, ти, Ҡәләмбай. Айнур менән Ҡәләм бик дуҫ, татыу йәшәгән, ти. Малай яратҡан ҡәләме менән төрлө һүрәттәр төшөргән, ә Ҡәләмбай дуҫы ни теләй – шуны рәхәтләнеп эшләгән.
Берҙән-бер ваҡыт, Айнур йоҡлаған саҡта өҫтәлгә сысҡан малайы Сысҡанбай килеп менгән. Ул матур Ҡәләмбайҙы күреп ҡалып, үҙенең өңөнә һөйрәп алып киткән.
– Уй, ҡайҙа алып бараһың мине? Ебәр, зинһар! – тип ялбарған Ҡәләмбай. – Минән һиңә ни файҙа? Мин бит ағастан, ашауға яраҡһыҙ!
– Ә мин һине кимерәм! – тигән Сысҡанбай.
– Минең тешем ҡысый, шуға миңә нимә лә булһа кимерергә кәрәк, үәт! – тип Сысҡанбай Ҡәләмбайҙы ауырттырып тешләп тә алған.
– Уй! Атыу һин миңә һуңғы тапҡыр булһа ла, һүрәт төшөрөргә мөмкинлек бир, шунан теләһә ни эшләрһең,— тип үтенгән Ҡәләмбай.
– Ярар! – тип ризалашҡан Сысҡанбай.
Тик мин һине барыбер ваҡлап кимереп бөтәсәкмен!
Ҡәләмбай, ауыр көрһөнөп, ҡағыҙ битенә бер түңәрәк төшөрөп ҡуйған.
– Был сырмы? – тип һораған Сысҡанбай.
– Бәлки, сырҙыр,— тип Ҡәләмбай әлеге түңәрәктең эсенә тағы ла өс бәләкәй түңәрәк эшләгән.
– Беләм, беләм, был – сыр! Ә был түңәрәктәр — сыр эсендәге тишектәр! – тип үҙенең отҡорлоғона ҡыуанып һикергеләгән Сысҡанбай.
– Бәлки, һин хаҡлыһыңдыр,— тип ризалашҡан Ҡәләмбай. Шунан тағы ла бер ҙур түңәрәк эшләп ҡуйған.
– Әһә! Был бит алма! – тип ҡысҡырып ебәргән Сысҡанбай.
– Бәлки, алмалыр,— тип серле йылмайған Ҡәләмбай ҙур түңәрәк эргәһенә оҙонсараҡ итеп тағы бер түңәрәк эшләп ҡуйып.
– Сарделька! – тип яланып ҡысҡырып ебәргән
Сысҡанбай шатлығынан. – Йә инде, тиҙерәк төшөрөп бөт! Атыу минең тешем ҡысый башланы!
– Сабыр ит! — тигән дә Ҡәләмбай иң тәүҙә төшөргән ҙур түңәрәктең өҫтөнә өсмөйөш яһап ҡуйған.
– Был бит... Төшөрмә башҡа! Туҡта! — тип Сысҡанбай сыйылдап ҡысҡырып ебәргән.
Ә Ҡәләмбай шул ваҡытта бесәйгә оҙон мыйыҡтар ҙа эшләп өлгөргән.
– Был бит бесәй! — ҡото осҡан Сысҡанбай артына ла әйләнеп ҡарамай, өңөнә ҡасып киткән.
Шунан бирле Сысҡанбай күренмәгән.
Ә Ҡәләм Айнурҙың өҫтәлендә әле булһа йәшәп ята, ти. Тик ул һүрәт төшөрә-төшөрә бәләкәсәйеп, бармаҡ буйлыҡ ҡына булып алған, ти.
Һин дә, дуҫым, үҙеңдең яратҡан ҡәләмеңде алып, Сысҡанбайҙы өркөтөргә берәй бесәй һүрәте эшләп ҡара әле?

Руссанан Айгөл АЙЫТҠОЛОВА тәржемәһе.

07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар