+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

Мин шағир!

amira 31-10-2010, 10:58 580 Журнал тураһында / Конкурстар / Бәпембә-2013
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

Мин  шағир!

 

ӘСӘЙЕМ

 

Минең иң яҡыным —

Гөл-сәскә әсәйем.

Һин барға һөйөнөп,

Шатланып йәшәйем.

Рөстәм Вәлиев, 3-сө класс уҡыусыһы.

Баҡалы районы Мостафа ауылы.

 

Мин  шағир!

 

 

Тейеш баһа

Тарих дәресенә әйҙәп,

Ҡыңғырау шылтыраны.

Беҙҙең кластан Азат

Ҡурҡыуынан ҡалтыраны.

 

Сөнки бит ул уҡымаған

Өйгә бирелгән эште.

Дәрес башланыу менән

Уҡырға сат йәбеште.

 

Күп уҡырға өлгөрәне-

Уҡытыусы саҡыртты.

Өйгә бирелгән эште

Һөйләп бирергә ҡушты.

 

Уҡымағас ни һөйләһен,

Аптырап ҡарап ҡатты.

Үҙ өлөшөнә тейешле

Билдәһен алып ҡайтты.

 

Вилдан Сафуанов, 5б класс

Белорет ҡалаһы, Я.Хамматов исемендәге гимназия.

 

 

 

Уҡытыусы

 

Уҡытыусы өйрәткәнде

Беҙ йотлоғоп тыңлайбыҙ.

Аң-белемгә юл асҡанын

Беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ.

 

Диана Хәмиҙуллина.

Бөрйән районы Байғаҙы ауылы.


МАТУР ИСЕМ

 

Илшат — дуҫлыҡ, ныҡ берҙәмлек,

Ниндәй шәп, матур исем.

Һалҡын һыу менән ҡойона,

Йүгерә иртән, кисен.

 

Ангелина Сәйфетдинова, 10 йәш.

Ауырғазы районы Талбазы ауылы

 

 

 

Икмәк

Тәмле еҫтәртаратып ,

Өҫтәлдә ята икмәк.

Өйгә ҡот, йәм тарата

Бында тағын ни хикмәт.

Күп көс түгелгәнуға,

Шуға бит ул ҡәҙерле.

Донъялағы бар ризыҡтан да,

Хуш еҫле икмәк тәмле.

 

Алһыу Ноғаманова.

Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы.

 

 

 

Тумыртҡа

 

Туҡ-туҡ тумыртҡа,

Туҡылдамай тик бушҡа.

Ауыраған ағастарҙы

"Һә” тигәнсә таҙарта.

 

Сафин Артур.

Красноусол башҡорт гимназияһы.

 

 

 

 

 

 

Футболсы булам

 

Футбол — яҡшы спорт уйыны,

Ярата һәр бер малай.

Туп тибеп тә ҡарамай

Түҙеп тораһың ҡалай?

 

Волейбол да яҡшы уйын,

Тик футбол миңә кәрәк.

Аршавин кеүек футболсы,

Булыу минең ҙур теләк.

 

 

Гөлгөнә Баһауетдинова,

Өфө ҡалаһы 20-се һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

[xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю