+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

02-2013

amira 1-02-2013, 11:43 1 981 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

“Аҡбуҙат” журналының 2-се һанына күҙәтеү
Ҡәҙерле дуҫтар! Республикабыҙҙа берҙән-бер кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналының 2-се һаны ла донъя күрҙе!
Февраль айы Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм халыҡ-ара туған тел көнө байрамы айҡанлы һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
“Хәрефтәр һәм өндәр” исемле шиғыры менән журналыбыҙҙың тәүге битен баш мөхәррир Тамара Юлдашева аса. Был шиғри юлдар һеҙҙе һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр менән яҡындан таныштырыр.
2-3-сө биттә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры легендар батырыбыҙ Таһир Кусимов һәм яугирҙәре хаҡында хикәйә. — “Ир ҡанаты ат була” исеме менән, ышаныслы һәм уларҙың тоғро дуҫтары, тирә-яҡҡа дан тотҡан аттары тураһында — һуғыш барышындағы бер ваҡиға һүрәтләнгән.
4-5-се биттә “Бәпембә” урын алған. Бында һеҙҙе, һәр ваҡыттағыса, тиҫтерҙәрегеҙ ижады көтә. Шулай уҡ, һеҙҙең иғибарға журналға яҙылыу буйынса ярышта ҡатнашҡан— “Еңеүсе купондар” исемлеге бирелгән. Афарин! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, һәм киләһе ярты йылға яҙылыуға һеҙҙе барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ.
Артабанғы биттә Зөбәйҙә Исламованың “Бәләкәй ҡыҙсыҡ”, “Шуҡ малай”, “Турғайым”, “Ҡыҙылтүштәр”, “Әмир һалдат” исемдәре аҫтында бер шәлкем шиғырҙары бирелгән. Битте Майя Зыяи апайығыҙ үҙенең матур, сағыу һүрәттәре менән биҙәгән.
Сиратта “Кемдең ҡар йомарламы кемгә эләгә?” исеме менән рәссам Глеб Голубев төҙөгән башватҡыс уйын бирелә.
Журналыбыҙҙың ҡап уртаһында “Аҡбуҙат” китапханаһы көтөп тора. Унда һеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ ижат иткән шиғырҙар, һүрәттәр менән танышырһығыҙ. Һәм иҫтәлек итеп үҙегеҙгә бәләкәй генә китапсыҡ эшләп алығыҙ.
Киләһе 6-7-се биттә, Айнар Байбулатовтың тәфтишсе Һумс менән Үәтһиндең ҡыҙыҡлы мажаралары дауам итә “Ағастар ҡайҙа булған?” тип исемләнгән был күренеш, ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән биҙәлгән бит һеҙгә бик оҡшар тип ышанабыҙ.
8-9-сы биттә һеҙҙе Фәйрүзә Фәтҡуллина апайығыҙҙың “Һин борсаҡ шыттырырға яратаһыңмы?” тигән бик ҡыҙыҡ хикәйәһе бирелгән. Унда балаларға алдашырға, ҡупыртып һөйләргә ярамағанлыҡты һүрәтләгән автор.
Һеҙҙе фәстереү рубрикаһы сәләмләй. “Кирбес” тип аталған хикәйәне Юнир Салауатов ағайығыҙ әҙерләгән.
Артабан “Матур исем” рубрикаһы асыла. Унда Данияр исеме нимә аңлата, уның мәғәнәһен һеҙ журналыбыҙҙы уҡып белерһегеҙ.
Һеҙҙең иғтибарға Ләйсән Ғилманова әҙерләгән — йөндән уйынсыҡ “Ҡар бабай”. Шунда уҡ Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы балаларының кейеҙ баҫыу сәнғәтенең фото рәсемдәренән ҡарап танышырһығыҙ.
Журналыбыҙҙың аҙаҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (3)

avatar
0
#1 VicApani
белоника ушки

Признателен за помощь в этом вопросе, как я могу Вас отблагодарить?
avatar
0
#2 DanielFlum
суп из утки полезно или нет

Елки-палки, хорошая статья
avatar
0
#3 RichardPn
лучшие наряды по версии вог

Пожалуй, для дураков заметка
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю