+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

04-2013

amira 1-04-2013, 13:46 3 311 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

04-2013

Хөрмәтле ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ — даими уҡыусыларыбыҙ! Ҡышҡы һалҡын көндәр артта ҡалды, ҡарлы-боҙло мартты ла оҙаттыҡ, хәҙер инде рәхим итегеҙ салт ҡояшлы апрель айына. Журналыбыҙға яҙылырға онотмағыҙ! 2013 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Һеҙҙең ижад эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.
Журналыбыҙҙың иң тәүге тышҡы битендә һеҙҙе яҙҙың беренсе күстәнәсе — умырзаялар сәләмләй.
1961 йылдың 12 апрелендә йыһанға беренсе космонавт Юрий Гагарин оса. Хәҙер был көн — Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип билдәләнә. Айнар Байбулатовтың “Космос мажаралары” комиксы тап ошо иҫтәлекле көнгә арналған.
Журналыбыҙҙың 2-3-сө битендә баш мөхәррир, шағирә Тамара Искәндәриәнең “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” исемле хикәйәһе бирелгән. Унда Ерәнсә сәсәндең тормошонан тарихи бер күренеш һүрәтләнгән.
Артабан ғәҙәттәгесә “Бәпембә” урын алған. Бында һеҙҙе Борай “Йәш хәбәрселәр” ижад йортоның флористика оҫталарының гөлләмәләре һәм шиғырҙары көтә. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһының 2-се урта мәктәбе уҡыусылары класс менән “Аҡбуҙат” журналына дәррәү яҙҙылған һәм иҫтәлеккә беҙгә фотоһын ебәргән. Уларҙың ижадтары журналыбыҙҙың 2-се һанында сыҡҡайны инде. Артабан тәбиғәт йылына арналған конкурста ҡатнашасаҡ һүрәттәр бирелгән.
6-7-се биттә Зөбәйҙә Исламованың “Көндәлек” исемле хикәйәте урын алған. Унда Мөнир исемле малайҙың тик яҡшы билдәләргә генә өйрәнгән бөхтә көндәлеге һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында унда килеп эләккән “икеле”нең бәхәсе һүрәтләнгән.
Киләһе биттә “Мажаралы ҡәлғә” тип аталған башватҡыс уйын бирелгән.
Журналыбыҙҙың уртаһындағы китапсыҡта Рәдиф Тимершиндың серле-серле йомаҡтары урынлашҡан.
10-11-се биттә “Алтынай”ҙа күңелле тип аталған хикәйәлә Ильяс исемле малайҙың студияға килеүе һәм спектаклдәрҙә ҡатнашып күңелле көндәр үткәреүе, матур фотолар менән биҙәлгән.
Театр-студияһы сәхнәләштерелгән әкиәттәрҙән күренеш бирелгән.
Шунда уҡ Венер Исхаҡовтың “Бер һүҙ” исемле хикәйәһе урын алған. “Яҡшыны ишетәһең килһә, яман һөйләмә” — тип аңлатырға теләгән автор балаларға.
“Ҡотлауҙар” дауам итә. Журналыбыҙҙың 11-се һәм аҙағы битендә ҡотлау сәләмдәре иғтибарға лайыҡ булып тора. Әгәр һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы тәбрикләргә теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ! Мәғлүмәт интернет-сайтта бирелгән. Адресын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: www.iskanderia.ru.
Артабан Фәйрүзә Фәтҡуллина әҙерләгән “Көлкө көнө”нә арналған ҡыҙыҡлы көләмәстәр бирелгән.
14-15 биттә Мәһәҙи Фәтхуллин ижад иткән “Сыбыҡ аттар” исемле шиғырҙар урынлашҡан.
Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!
Журналыбыҙҙың аҙаҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (7)

avatar
0
#1 Calvinclains
http://seker.ru/ лошадки игры играть онлайн бесплатно http://litbesedka.ru/ игры для девочек бесплатно злые птицы в космосе http://modnovk.ru/ игра танки атакуют онлайн
avatar
0
#2 fridrihshtulman
http://statusim.ru/ архитектура города касимоваhttp://otvetina.ru/ http://amerikapro.ru/

http://ordinat.ru/ особенности древнегреческой архитектуры http://ommer.ru/ http://creditwin.ru/
avatar
0
#3 Charlesdikens
http://ordinat.ru/ квиллинг картины объемные http://ommer.ru/ http://creditwin.ru/

http://ordinat.ru/ видео готическая архитектура http://ommer.ru/ http://creditwin.ru/
avatar
0
#4 Thomasviden
http://calmp.ru/ знаменитые картины серова http://lanawork.ru/ http://akapozitiv.ru/
avatar
0
#5 DanielFlum
промахи звезд

Не помню где я уже видел подобную заметку, но все равно спасибо
avatar
0
#6 Brandonlix
http://nebesno.ru/ -высшая школа экономики книту- http://moovia.ru/ -http://workcalendar.ru/

http://nebesno.ru/ -паспорт кабинета физики в школе- http://moovia.ru/ -http://workcalendar.ru/
avatar
0
#7 RichardPn
испанской лето в москве mango

Бутафория выходит, какая то
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю