+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

05-2013

amira 1-05-2013, 11:52 2 644 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

05-2013

Һөйөнсө, дуҫтар! Республикабыҙҙа берҙән-бер кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Аҡбуҙат” журналының 5-се һаны ла донъя күрҙе!
Журналыбыҙға, 2013 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотмағыҙ! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Һеҙҙең ижад эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.
Журналыбыҙҙың тәүге битендә һеҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов ағайҙың бер шәлкем шиғырҙары менән таныштырабыҙ. ”Улымды ултырттым усыма”, “Бала саҡ әйтеше”, “Сиңерткә”, “Ер серем итә” исемдәре аҫтында бирелгән. Уны беҙ 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
2-3-сө битендә, бынан 68 йыл элек фашист илбаҫарҙарын еңеп ҡайтып Бөйөк Еңеү яулаған яугирҙәребеҙҙе иҫкә алып, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай ағай Кәримовтың 1943 йылда яҙған “Атлылар анты” исемле шиғыры тап шул һуғыш осорон һүрәтләй.
Артабан “Бәпембә” урын алған. Бында ғәҙәттәгесә һеҙҙе тиҫтерҙәрегеҙ ижады көтә.
6-7-се биттә Фаҡиһа Туғыҙбаеваның “Яҙ йырсыһы”,”Ата ҡаҙ бейей” исемле шиғырҙары урын алған. Шунда уҡ һеҙҙе “Ҡотлауҙар” рубрикаһы сәләмләй. Һеҙҙән ҡайнар сәләмдәр көтәбеҙ.
Киләһе биттә “Диңгеҙ мажаралары” тип аталған башватҡыс уйын бирелгән.
Журналыбыҙҙың уртаһындағы китапсыҡта Риф Мифтаховтың “Мажара”лы шиғырҙары бирелгән.
Артабан Миләүшә Ғәйфуллинаның “Иң матур көн” исемле әкиәте урын алған.
Сиратта Фәйрүзә Фәтҡуллина әҙерләгән комикс ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән биҙәлеп бирелгән.
14-15-се биттә Миңлегөл Тайсина тәржемәһендә “Күгәрсен бүләге” исемле венгр халыҡ әкиәте урынлашҡан.
Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар ҙа бар.
Журналыбыҙҙың аҙаҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (4)

avatar
0
#1 SocPluginpn
SocPlugin 4.0 - лучшая программа для рассылки по Соц.сетям:
+ Facebook
+ VKontakte
+ Odnoklassniki
+ Mamba

Автоматическая рассылка, массовое комментирование фото и видео,
инвайтинг (в друзья и в группы), репостинг, лайки и многое другое!

Уникальная возможность XRumer 12.0 + SocPlugin 4.0:
Полностью АВТОМАТИЧЕСКИЙ обход капчи


Подробности - на botmasterru.com

Ссылка на скачивание:
SocPlugin.rar
avatar
0
#3 fridrihshtulman
http://calmp.ru/ суриков покорение сибири ермаком картина http://lanawork.ru/ http://akapozitiv.ru/
avatar
0
#4 DanielFlum
роллер для пилатеса водопад

Да вы талантливый человек
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю