+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

06-2013

amira 1-06-2013, 15:01 3 191 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

06-2013

Ҡәҙерле дуҫтар! Балалар өсөн ай һайын сығып килгән «Аҡбуҙат» журналының 6-сы һаны һеҙҙе үҙенең биттәрендә: бай йөкмәткеле хикәйәләре, ҡыҙыҡ мажаралы әкиәттәре, сағыу һүрәттәре менән сәләмләй.
Журналыбыҙҙың тәүге битен баш мөхәррир Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева асып ебәрә. Уны матур, күркәм юбилейы — 55 йәш тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ижаттары уң булып, урғылып ташып торһон. Яңынан-яңы ижат емештәре менән шатландырһын! Юбилей айҡанлы Шағирә Тамара Искәндәриәнең бер нисә шиғыры бирелгән. “Мәрәй” тигән шиғыры оҫта уйынсы Гәрәй исемле малай тураһында. Һәм шунда уҡ “Бәпәй”, “Уйға сумған”, “Һүҙ балаҫы” исемле шиғырҙары ла урынлашҡан. Улар һеҙгә лә оҡшар тип уйлайбыҙ.
2-3 биттәрендә Гүзәл Ситдиҡованың “Ҡолосаҡ — саптар булыр бер саҡ “ исемле хикәйәһе урын алған.
Артабан, ғәҙәттәгесә, “Бәпембә”. Бында 235-се балалар баҡсаһында “Аҡбуҙат” беҙҙә ҡунаҡта байрамынан төрлө күренештәр менән фотолар бирелгән.
Июнь айы емеш-еләккә бай кеүек, юбилярҙарға ла бай булып сыҡты. Шулай итеп, журналдың 6-7 биттәрендә “Кәкүк ситеге” исеме аҫтында Гөлнур Якупованың әкиәте баҫылған. Гөлнур апайҙы ла 60 йәшлек матур байрамы менән ҡотлайбыҙ. Ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Урталағы китапсыҡта Яҙ байрамы — Һабантуйға арналған Мөхәммәт Закировтың “Көрәш” тип аталған шиғыры менән танышырһығыҙ.
Һөйөнсө! Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ!
“Аҡбуҙат” журналы биттәрендә Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурстың 1 бүлеген йомғаҡлап, еңеүселәре билдәләнде. Белеүегеҙсә, 1 июнь – Халыҡ ара балаларҙы яҡлау көнө тип, атала. Ошо ҙур байрамға арнап Ишембай ҡалаһында балалар шиғриәте “Бәпембә” фестивале уҙғарылды. Бында төрлө төбәктәрҙән килгән еңеүселәр үҙҙәренең шиғырҙары баҫылып сыҡҡан “Мин шағир!” тип аталған китапҡа лайыҡ булды. Гран-приҙы Межгорье ҡалаһынан Илһам Галиастанов алды һәм ҡиммәтле кеҫә телефоны менән бүләкләнде. Шулай уҡ беренсе урынға сыҡҡан төрлө йәштәге туғыҙ балаға ла кеҫә телефоны приз булды. Икенсе, өсөнсө урын номинанттары иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Шулай итеп, 12-13 биттәрҙә феститалдән күренештәр фотолар менән сағылдырылған. Еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ! Афарин!
Конкурс дауам итә. Киләһе 2013-2014 йылда ла әүҙем ҡатнашығыҙ. Конкурстың 2 бүлегенә һеҙҙең яңы ижад эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Бәлки һеҙ ҙә гран-при алырһығыҙ!?
14-15 биттәрҙә Айнар Байбулатовтың “Джунглиҙан ҡунаҡтар” исемле комиксы урын алған.
“Ҡотлауҙар” рубрикаһы дауам итә. Бәләкәстәрегеҙҙе байрамдары менән ҡотларға уйлаһағыҙ, рәхим итегеҙ!
Шулай уҡ, һеҙҙең өсөн күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар ҙа бар.
Журналыбыҙҙың тышҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (4)

avatar
0
#2 VicApani
необычные цветы дома

Если даже было, не срите в душу мне..
avatar
0
#3 DanielFlum
мастер класс po make up

В принципе, хозяин сайта весело написал!
avatar
0
#4 RichardPn
женские предпочтения

В целом, вебмастер голимо опубликовал!
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю