+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

07-2013

amira 1-07-2013, 15:07 4 661 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

07-2013

«Аҡбуҙат» журналын даими рәүештә уҡып барған ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! 2013 йылдың яртыһы уҙып та китте. Хәҙер инде журналдың сираттағы 7-се һаны ла донъя күрҙе.
Тәү башлап, беренсе биттә — үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, теләктәрен белдереп, шатлыҡтары менән уртаҡлашып яҙған сәләм хаттары урын алған. Ситтә ҡалмай хат-хәбәрҙәр яҙып тороуығыҙға беҙҙә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Артабан да хаттар көтөп ҡалабыҙ.
2-3 биттәрендә Ирек Кинйәбулатовтың 75 йәшлек матур юбилейын ҡотлап “Ҙур Йыһан һәм Көн” тураһында әкиәте бирелгән. Ирек ағайға иҫәнлек-һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Һәм беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙҙы яңынан-яңы ижаттары менән шатландырып тороуын теләйбеҙ.
4-5-се биттә ғәҙәттәгесә, “Бәпембә” урынлашҡан. Унда тәбиғәткә ғашиҡ ҡыҙ, Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Элина Бәхтейәрованың мәктәп күргәҙмәһенән үҙенсәлекле фоторәсемдәре бирелгән. Шунда уҡ, башҡа балаларҙың да ижадтары — һүрәттәр, шиғырҙар урын алған.
Артабан, Азат Хәлиловтың “Ҡарлуғастар” исемле хикәйәһе урынлашҡан. Унда Нух пәйғәмбәр ваҡытында булған хәл һүрәтләнгән.
Киләһе биттә Айнар Байбулатов инглиз телен ҡулланып эшләргә яратҡан балаларға ата-әсәләр, уҡытыусылар ярҙамында һөйләмдәрҙе тәржемә итеп, хикәйә яҙырға тәҡдим иткән.
Урталағы китапсыҡта өлгөгә ҡарап, билдәләнгән сиктәр буйынса ҡырҡып, йәбештереп уйынсыҡ эшләп алыр өсөн һыйыр һәм эт һүрәттәре бирелгән.
10-11-се биттәрҙә уҡытыусылар ижады. Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Ромашка” исемле бик фәһемле хикәйәте урын алған. Шунда уҡ, Зөһрә Үтәғолованың “Тумыртҡа” һәм “Кәкүк” исемле шиғырҙарын да уҡып үтәрһегеҙ.
Артабан Зөбәйҙә Исламованың “Сәйер төш” тип аталған хикәйәһе бирелгән. Унда Әминә исемле ҡыҙҙың Йыһан ҡунаҡтары менән осрашыуы һүрәтләнә. Ни өсөн был хикәйәнең исеме шулай тип аталғанын, һеҙ журнал биттәрендә уҡып белерһегеҙ.
14-15-се биттәрҙә Гәүһәр Заманованың “Алан мажаралары” исемле әкиәте урын алған. Унда бер айыу ғаиләһе, уларҙың тиктормаҫ, шуҡ малайҙары тураһында һүҙ бара.
Һеҙҙе “Ҡотлауҙар” рубрикаһы сәләмләй. Ата-әсәһе июль айында тыуған улдары Артем Әйҙәтулловты ике йәше менән ҡотлап үҙҙәренең теләктәрен шиғри юлдар аша белдерәләр. Һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе байрамдары менән ҡотларға уйлаһағыҙ, рәхим итегеҙ!
Шулай уҡ, һеҙҙең өсөн күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар ҙа бар.
Журналыбыҙҙың тышҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурс дауам итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов, Артур Вәсилов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (1)

Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю